Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Әйүп 35:10 - Изге Яҙма

10 Әммә бер кем дә: „Ҡайҙа һуң мине бар ҡылған Алла? Төндәрен беҙгә өмөт йырҙары биреүсе ҡайҙа?

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Әйүп 35:10
21 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Ә бит Аллаға: „Кит беҙҙән, – тиҙәр. – Һинеңсә йәшәргә теләмәйбеҙ.


Сикһеҙ ҡөҙрәт Эйәһенән йыуаныс алырмы? Һәр ваҡыт Аллаға ялбарырмы?


Хәйер, ялағайлана ла белмәйем мин; Юҡһа Яратыусым тиҙ үк мине юҡ итер ине.


Аллаһыҙҙар асыуҙарын күңелендә һаҡлай, Үҙҙәрен язалағанда ла Алланан ярҙам һорамай.


Фекер ебемде алыҫтан тағата башлайым, Яратыусымдың хаҡлығын иҫбатлайым.


„Алла хозурында кеше хаҡ була аламы? Яратыусыһы алдында саф бер әҙәм бармы?


Ул әле йәнә иренеңә йылмайыу ҡундырыр, Ауыҙыңды һөйөнөс ауаздары менән тултырыр.


Тоғролары дан-шөһрәт эсендә тантана итһен, Ҡырын ятып, һөйөнөс йырҙары йырлаһын!


Килер быуын, тыуыр балалар белһендәр, Улар үҙ балаларына аңлатһындар:


Йәш сағыңда, яман көндәрең килеп еткәнсе, «Улар миңә бер ниндәй рәхәтлек килтермәй», – тип әйтер йылдарың яҡынлашҡансы, ҡояш һәм яҡтылыҡ, ай һәм йондоҙҙар тоноҡланмаҫ, ямғыр артынан йәнә болоттар әйләнеп ҡайтмаҫ элек, Бар ҡылыусыңды иҫеңдә тот.


Һеҙҙе яратҡан, күктәрҙе киргән, Донъяның нигеҙен ҡорған Раббыны нисек онотаһығыҙ? Һеҙҙе ҡырмаҡсы булған залимдың асыуынан Ниңә һәр ваҡыт, көнө буйы тетрәнәһегеҙ? Әммә ҡайҙа һуң ул залимдың асыуы?


Сөнки һине Бар ҡылыусы – ирең. Уның исеме – Күк ғәскәрҙәре Раббыһы. Һине йолоп алыусы – Исраилдың Изгеһе. Ул бөтә донъяның Аллаһы тип атала.


Улар ас һәм сараһыҙ килеш ил буйлап йөрөр, аслыҡтан батшаларын һәм аллаларын ҡарғар. Юғарыға ҡарарҙар,


Улар: „Беҙҙе Мысырҙан сығарған, Сүлдә, үлем күләгәһе хөкөм һөргән, Кеше аяғы баҫмаған, Һис бер әҙәм йәшәмәгән, Ҡоролоҡтан ярғысланған ерҙә Беҙгә юл күрһәткән Раббы ҡайҙа?“ – тип һораманылар.


Ҡаһиндар: „Раббы ҡайҙа?“ – тип һораманы. Ҡанун белгестәрегеҙ Мине белмәне; Хакимдарығыҙ Миңә ҡаршы баш күтәрҙе; Пәйғәмбәрҙәр, Бәғел исеменән пәйғәмбәрлек итеп, Бер нәмәгә ярамаҫ боттарға күңел бирҙе.


Төн уртаһындараҡ Паулус менән Силас доға ҡылды, Алланы данлап, мәҙхиәләр йырланы, ә башҡа тотҡондар уларҙы тыңлап ултырҙы.


Шулай итеп, Алла ихтыяры буйынса ғазап сигеүселәр, изгелек ҡылып, үҙ йәндәрен тоғро Бар итеүсегә ышанып тапшырһындар.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ