8 Яуызлыҡ эшләүселәр менән бер уйҙа, Залимдар менән бер юлдан йөрөй.
Һин хәбәр һат – башҡалар өнһөҙ торһонмо? Һин мыҫҡыллағанда – урыныңа ултыртыусы табылмаҫ тиһеңме?
Сөнки гонаһың ҡоторта ауыҙыңды, Хәйләкәрҙәр теле менән һөйләшәһең.
Әйүп ҡатынына: – Шыр тиле бисәләр һымаҡ һөйләнеп тораһың. Алланан яҡшыны ғына ҡабул итеп, ямандарын алмайыҡмы? – тип яуап ҡайтарҙы. Ошо хәлдәрҙән һуң да Әйүптең ауыҙынан гонаһ һүҙ сыҡманы.
Һин дә тотмаҡсыһыңмы залимдар һалған иҫке юлды?
Сөнки ул: „Аллаға ярарға тырышыуҙан Әҙәм балаһына ниндәй файҙа?“ – тине.
Яуыздарҙың ҡотҡоһона бирелмәгән, Гонаһлылар һуҡмағынан йөрөмәгән, Хурлаусылар йыйынында ултырмаған – Ниндәй бәхетле ошондай кеше!
Раббынан мин бер генә нәмә һораным, Тик бер генә нәмә теләгәнем: Ғүмерем буйы өйөндә төйәкләнәйем, Раббының күркәмлегенә хайран булып, Һәр ваҡыт ҡорамында яуап көтәйем.
Ҡорбан салыр инем – теләмәйһең, Тотош яндырыу ҡорбандарын хушһынмайһың.
улым, аслан улар менән юлдаш булма, улар һуҡмағына аяҡ баҫма;
Аҡыллы менән эш иткән – аҡыл йыйған, аҡылһыҙҙы иш иткән – туңған.
Улар һине яман юлдан, әхлаҡһыҙҙың ҡотҡоһонан ҡотҡарыр.
Яуыздарҙың һуҡмағына аяҡ баҫма, ямандарҙың юлы менән китмә.
Алданмағыҙ: «аҙғын кешеләр менән аралашыу яҡшы әхлаҡты боҙа».