4 Әйҙә, нимәнең дөрөҫ икәнен һайлайыҡ, Нимә яҡшы икәнен бергәләп өйрәнәйек.
Ризыҡ тәмен аңҡау тойған һымаҡ, Һүҙҙең бәҫен ҡолаҡ һынай.
Яуыздар һымаҡ һөйләгән өсөн, Әйүп тулыһынса һыналырға тейеш.
Әйүп әйтте: „Мин – ғәйепһеҙ, Алла иһә мине хаҡ хөкөмдән мәхрүм итте.
Тыштан нисек күренеүенә ҡарап хөкөм итмәгеҙ, хаҡлыҡ менән хөкөм итегеҙ!
Был донъяның йәшәү рәүешенә яраҡлашмағыҙ, ә зиһенегеҙҙе яңыртып, уй-фекерегеҙҙе үҙгәртегеҙ. Шулай итеп, һеҙ Алланың ихтыярын – нимәнең яҡшы, яраҡлы һәм камил булыуын асыҡлай алырһығыҙ.
Аллананмы, түгелме икәнен белеү өсөн барыһын һынағыҙ, яҡшылыҡты тотоғоҙ.
Быны күргән һәр кем: – Исраил халҡы Мысыр еренән сыҡҡан замандан алып бөгөнгә тиклем бындай хәлдең булғаны ла, күрелгәне лә юҡ ине, – тине. – Ҡарайыҡ, уйлайыҡ, берәй ҡарар ҡабул итәйек.
Ә хәҙер, эй һеҙ, бөтә исраилдар, кәңәш бирегеҙ һәм хәл итегеҙ, – тине.