Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Әйүп 34:28 - Изге Яҙма

28 Шуға ярлыларҙың ялбарыуы Аллаға барып етте, Ул фәҡирҙәрҙең зарын ишетте.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Әйүп 34:28
21 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Уға доға ҡылырһың, ишетер, Әйткән нәҙерҙәреңде үтәрһең.


Ҡалала – үлем сигендәгеләр ыңғыраша, Яралылар ярҙам һорап иңрәй, Әммә Алла доғаларын иғтибарға алмай!


Ул Аллаға доға итер, Алла иһә уны ҡабул ҡылыр. Алланың хозурына ул ҡыуанып килер. Алла уға абруйлы исемен кире ҡайтарыр.


Ләкин Алла өнһөҙ торһа, Кемдең Уны ғәйепләр өсөн баҙнаты етер? Әгәр ҙә йөҙөн йәшерһә, кем Уны күрә алыр? Аллаһыҙ кеше хакимлыҡ итмәһен, Халыҡҡа тоҙаҡ ҡормаһын өсөн, Ул ҡәүемдән дә, айырым кешенән дә өҫтөн.


Кешеләр ҡаты иҙелеү аҫтында иңрәй, Көслөләр ҡулынан ҡотолоу өсөн ярҙам һорай.


Фәҡирҙәрҙе ҡылыстай үткер телдәрҙән, Көслөнөң ҡулынан йолоп алыр.


Әгәр пак, намыҫлы булһаң, Ул шунда уҡ һине хәстәрләй башлар, Лайыҡлы урыныңа кире ҡайтарыр.


Дошмандарым: «Еңдем уны!» – тимәһендәр, Сайҡалғанымда ҡыуана алмаһындар.


Ярҙам ялбарыуымды тыңла, Батшам, Аллам, Мин Һиңә доғамды оҙатам.


Тол ҡатындарҙы, етем-еһерҙе йәберләмә.


Раббы Мусаға: – Халҡымдың Мысырҙа ни ҡәҙәр яфаланғанын күрҙем, ҡарауылсылар ҡыҫырыҡлауынан иңрәгәндәрен ишеттем! Уларҙың ни тиклем интеккәнен беләм.


Эйе, Исраил халҡының аһ-зарҙары Миңә килеп етте: уларҙың мысырҙарҙан иҙелгәндәрен күреп-белеп торам.


Күк ғәскәрҙәре Раббыһының йөҙөм баҡсаһы – Исраил халҡы ул; Яратып ултыртҡан йөҙөм үҫентеләре – Йәһүҙә кешеләре! Ул ғәҙеллек көткәйне – бына ҡан ҡойош. Ул хаҡлыҡ көткәйне – һыҡтау!


«Ярҙам һорап ялбарыуыма минең, Ҡолағыңды томалама», – тинем. Һин мине ишеттең.


Күңелегеҙгә: «Етенсе йыл – бурыстарҙы кисереү йылы – яҡыная», – тигән ярамаған уй килеүҙән һаҡланығыҙ. Шулай уйлап, ярлы туғанығыҙға ҡараңғы сырай күрһәтмәгеҙ, уның үтенесен кире ҡаҡмағыҙ. Ярлы ҡәрҙәшегеҙ һинең хаҡта Раббыға зарланыр ҙа һин ғәйепле булырһың.


Баҫыуҙарығыҙҙа эшләүселәр һеҙҙең өсөн уңыш йыйҙы, һеҙ уларҙы эш хаҡы түләмәй алданығыҙ. Тыңлағыҙ – хаҡы түләнмәгән хеҙмәт ҡысҡыра, ураҡсыларҙың ҡысҡырышыуы Күк ғәскәрҙәре Раббыһы ҡолағына барып етте.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ