23 Хөкөм өсөн хозурына килһендәр тип, Алла кешегә айырым ваҡыт әйтеп тормай.
Беҙҙең менән булған хәлдәргә үҙебеҙҙең яман эштәребеҙ һәм оло ғәйебебеҙ сәбәп булды. Шуға ҡарамаҫтан, Һин, Аллабыҙ, беҙ лайыҡ булғанға ҡарағанда еңелерәк яза биргәнһең, халыҡтың ҡалдығын иҫән-аман һаҡланың,
Ул алдаҡсыларҙы таный: Яуызлыҡты күрә тороп күҙ йомормо?
Ул аҡылдың серҙәрен аңлатыр, Уның күп яҡлылығын күрһәтер ине. Белеп тор, Алла ғәйептәреңдең Ҡайһы береһен онотто әле.
Кеше менән кеше араһындағы дәғүәне хәл иткәндәй, Алла менән кешене яраштырған берәү булһасы.
Шунда намыҫлы Уның менән бәхәсләшә алыр, Мин Хөкөмдарым янында хаҡлыҡ ҡаҙаныр инем.
Һорап тормай, көслөләрҙе ҡырып һала, Урындарына башҡаларҙы ултырта.
Әгәр берәү Уның менән дәғүәләшһә, Уның мең һорауына бер яуап таба алмаҫ.
Сатнаған ҡамышты ла һындырмаҫ, Быҫҡып торған филтәне лә һүндермәҫ; Ул тоғролоҡ менән ғәҙел хөкөм ҡылыр.
Раббы былай ти: «Ата-бабаларығыҙ Миндә ниндәй ғәйеп таптылар? Ниңә улар Минән алыҫлашты? Мәғәнәһеҙ боттарға эйәрҙеләр ҙә Үҙҙәре мәғәнәһеҙ булып ҡалдылар.
Эй әҙәм балаһы, Алла менән бәхәсләшергә кем һуң һин? Көршәк үҙен яһаусыға: «Ниңә һин мине былай итеп яһаның?» – тип әйтерме?