9 „Пакмын, гонаһ юҡ миндә; Сафмын, ғәйепһеҙмен.
Мине күҙәтеп торорға, Әгәр гонаһ ҡыла ҡалһам, Ғәйебемде язаһыҙ ҡалдырмаҫҡа.
Һин бит беләһең ғәйепһеҙ икәнемде, Һинең ҡулыңдан ҡотҡара алыусы юҡлығын да беләһең.
Аллаға: „Инанысым дөрөҫ, Һинең күҙеңдә мин пакмын“, – тиһең.
Ҡарағыҙ, дәғүәләшергә әҙерләндем. Хаҡлыҡ яуларымды мин беләм.
Ғәйептәрем, гонаһтарым күпме? Күрһәт миңә кәмселек, гонаһтарымды.
Енәйәттәремде тоҡҡа һалып, мөһөр һуғыр, Ғәйептәремде өҫтөнән аҡлап ҡуйыр инең.
Ә бит ҡулдарымда яуызлыҡ юҡ, Ҡылған доғаларым ысын күңелдән, пак.
Намыҫлы кешеләр быға хайран ҡалыр, Ғәйепһеҙҙәр аллаһыҙҙарға ҡаршы сығыр,
Иманлылар юлынан тайпылмаҫ; Ҡулы пак булғандарҙың ҡеүәте артыр.
Әммә Ул минең тотҡан юлымды белә. Әйҙә, һынаһын – саф алтын һымаҡ буласаҡмын.
Тәҡүәлеккә кейем һымаҡ уранғайным, Ғәҙеллек – өҫтөмдәге сапаным менән сәлләм булды.
Ахыр сиктә был өс кеше бәхәсләшеүҙән туҡтаны, сөнки Әйүп үҙенең хаҡлығына шикләнмәй ине.
Әйткәндәрең ҡолағымда яңғырап торҙо. Мин һүҙҙәреңде ишеттем:
Әйүп әйтте: „Мин – ғәйепһеҙ, Алла иһә мине хаҡ хөкөмдән мәхрүм итте.
Хаҡлымын, ә алдаҡсы һаналам. Бер ғәйебем булмаған хәлдә, мин уңалмаҫлыҡ яра алдым“.
«Шул дөрөҫ тип уйлайһыңмы: „Алла түгел, ә мин хаҡмын“, – тиһең?
Ниңә гонаһымды кисермәйһең? Ни өсөн ғәйебемде юймайһың? Бер аҙҙан тупраҡ аҫтында ятасаҡмын, Эҙләрһең дә, әммә мин инде булмаҫмын».
Ғәрәсәт булып өҫтөмә ябырыла, Ғәйепһеҙгә яраларымды арттыра.
Ғәйепһеҙмен! Тик миңә инде барыбер – Мин туйҙым бындай тормоштан.
Ҡапыл ябырылған бәлә үлем сәсһә, Ул ғәйепһеҙҙәрҙең ғазабынан көлә.
Яңы ҡайғылар ҡурҡыта мине, Сөнки беләм: мине ғәйепһеҙ тип танымаҫһың.
Әйтәһең: „Ғәйебем булмағас ни, Раббы миңә асыуланмай“. Ҡара: „Гонаһ ҡылманым“, – тигәнең өсөн Хөкөм итәсәкмен һине.