5 Әгәр ҡулыңдан килһә, яуап бир; Әйҙә, дәлилдәр әҙерлә, ҡаршыма баҫ.
Ҡарағыҙ, дәғүәләшергә әҙерләндем. Хаҡлыҡ яуларымды мин беләм.
Ахыр сиктә был өс кеше бәхәсләшеүҙән туҡтаны, сөнки Әйүп үҙенең хаҡлығына шикләнмәй ине.
Мин һеҙҙе ҙур иғтибар менән тыңланым, Әммә берегеҙ ҙә Әйүптең хаҡ булмағанын раҫлай алманы, Уның әйткәндәренә яуап бирмәне.
Әммә Әйүптең һүҙҙәре миңә ҡаршы йүнәлмәгән, Мин уға һеҙҙеңсә яуап ҡайтармайым.
Шул саҡ дөрөҫ килтерелгән ҡорбандарҙан, Тотош яндырыу һәм яндырыу ҡорбандарынан хушланырһың. Шул саҡ ҡорбан усағыңда үгеҙҙәр ҡорбан ителер.
Раббы Мусаға былай тине: – Иртәгә иртә таңдан, фирғәүен йылға буйына барған саҡта, уның ҡаршыһына сыҡ та әйт: «Раббы былай тип әйтә, тиген: „Миңә ғибәҙәт ҡылыр өсөн халҡыма китергә рөхсәт ит.
– Тор, мин дә кеше бит, – тине Петрус, уны торғоҙоп.