25 Шул саҡ ул кешенең тәне үҫмер сағындағылай яңырыр, Ул ҡабаттан йәшлек дәүеренә ҡайтыр.
Нағаман, Иордан йылғаһына барып, Алла бәндәһе әйткәнсә, ете тапҡыр сумып сыҡҡайны, тәне сабыйҙыҡы кеүек шып-шыма, таҙа булып китте.
Уға мәрхәмәт күрһәтеп, Алланан: „Уны ҡәбергә төшөүҙән ҡотҡар, Уның өсөн түләргә йолом таптым“, – тип һорар.
Ул Аллаға доға итер, Алла иһә уны ҡабул ҡылыр. Алланың хозурына ул ҡыуанып килер. Алла уға абруйлы исемен кире ҡайтарыр.
Бынан һуң Әйүп йөҙ ҙә ҡырҡ йыл йәшәне, үҙенең балаларын һәм балаларының балаларын дүртенсе быуынға тиклем күрҙе.
Ер йөҙөн ныҡлы нигеҙгә ҡуйҙың, Бер ваҡытта ла һелкенмәҫ, тинең.
Шунан йөҙөм баҡсаларын ҡайтарып бирермен, Ғахор үҙәнен Өмөт ҡапҡаһына әйләндерермен. Шунда ул йәш сағындағы, Мысырҙан сыҡҡан көнөндәге һымаҡ яуап ҡайтарыр.
Вафат булғанда Мусаға йөҙ егерме йәш ине, әммә уның күҙҙәренең нуры ҡайтманы, тәненең көсө кәмемәне.