14 Алла бер төрлө, икенсе төрлө әйтеп ҡарай, Әммә Уны аңламайҙар.
Шул төндө Алла күренмештә: – Яҡуп, Яҡуп, – тип өндәште. – Эйе, – тип яуап бирҙе Яҡуп.
Раббы Менашше менән уның халҡын киҫәтә, тик улар ҡолаҡ һалмай.
Кешенең йәнен ҡәберҙән ҡотҡарыр, Уларға тормош нуры балҡыһын өсөн, Ҡара, Алла быларҙы кешегә Ике, хатта өс тапҡырҙар эшләй.
Тынғыһыҙ төнгө һаташыуҙар ҡосағында булғанда, Кеше тәрән йоҡоға талған заманда,
Улай икән, үҙеңде бөйөклөк һәм мөһабәтлек менән биҙә, Балҡышҡа һәм күркәмлеккә сорнал.
Йәндәре ҡылысҡа юлыҡһын, Сүл бүреләренә ем булһындар.
Батша иһә Аллала ҡыуаныс табыр, Алла менән ант иткәндәр Уны данға күмер, Ялғансыларҙың өнө тығылыр.
Мин саҡырҙым – һеҙ тыңламанығыҙ, ҡулымды һуҙҙым – һис берәү иғтибар бирмәй.
Белемде ек күргәнгә, Раббынан ҡурҡыуҙан баш тартҡанға,
Ул шунда былай тине: – Бар, был халыҡҡа әйт: «Тыңлап-тыңлап та, аңламаҫһығыҙ; Ҡарап-ҡарап та, күрмәҫһегеҙ!»
Бабил батшаһы Белшассар идара иткәндең беренсе йылында Даниил төндә үҙ түшәгендә йоҡлап ятҡанда төш күрҙе. Ул төшөн яҙып ҡуйҙы.
Бына шулай Ишағыяһтың пәйғәмбәрлек ҡылған һүҙҙәре уларҙа тормошҡа ашты: «Тыңлап-тыңлап та, аңламаҫһығыҙ, ҡарап-ҡарап та, күрмәҫһегеҙ.
Шул саҡ Ғайса уларға былай тине: – Ниңә шулай аңһыҙһығыҙ? Пәйғәмбәрҙәр әйткәндәргә ышаныуы ҡайһылай ҡыйын һеҙгә!
Ә хөкөм бына шул: донъяға яҡтылыҡ килде, әммә кешеләр, эштәре яман булғанлыҡтан, яҡтылыҡ урынына ҡараңғылыҡты яратты.