Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Әйүп 33:13 - Изге Яҙма

13 Бер һүҙеңә лә яуап бирмәй тип, Нимәгә һиңә уның менән сәкәләшергә?

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Әйүп 33:13
21 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Аллаға әйтермен: мине хөкөм итергә ашыҡма, Аңлат миңә, Һин мине нимәлә ғәйепләйһең?


Шуға минән ғәйеп эҙләйһеңме, Гонаһ табырға маташаһыңмы?


Алланың йәшергәндәрен таба алырһыңмы? Сикһеҙ ҡөҙрәт Эйәһенең Сиктәренә олғаша белерһеңме?


«Әйҙә, ирҙәрсә билеңде быу ҙа, Мин һорайым, ә һин аңлатып бир.


Тартып алһа, кем Уны туҡтатыр? Кем Уға: „Нимә эшләйһең?“ – тиер?


Шулай булғас, нисек мин Уға яуап бирә алайым? Уның алдында мин нисек һүҙ табайым?


Йәндәре ҡылысҡа юлыҡһын, Сүл бүреләренә ем булһындар.


Үҙен Бар ҡылған менән әрепләшкәндең башына ҡайғы! Көршәк ватыҡтары араһында үҙе лә көршәк ярсығы булғанға ҡайғы! Көршәксегә балсыҡ: «Һин нимә яһайһың?» – тип әйтерме? Үҙ ҡулыңдың эше: «Ҡайһылай килбәтһеҙһең!» – тиерме?


Баштан уҡ ахырҙа ниҙәр булырын һөйләп киләм; Борон замандарҙан алып Ни булырын алдан белдерәм: „Ниәтемде ғәмәл итәм, Нимә теләйем – бойомға ашырам“, – тип әйтеүсе Мин.


Мин һиңә тоҙаҡ ҡорҙом, эй Бабил! Үҙең дә һиҙмәйенсә уға эләктең. Раббыға ҡаршы сыҡҡаның өсөн Һине таптылар, эләктереп алдылар».


Мин һиңә ҡаршы эш иткән көндәрҙә йөрәгең ҡалтырамаҫмы, ҡулдарыңдың хәле ҡалырмы? Мин, Раббы, әйттем быны һәм әйткәнемде бойомға ашырасаҡмын.


Үҙ мөлкәтемде үҙем теләгәнсә тотонорға хаҡым юҡмы ни? Әллә йомартлығымдан көнләшәһеңме?»


Ул иһә: – Ата Үҙ хакимлығы менән билдәләгән ваҡыттарҙы һәм миҙгелдәрҙе белеү һеҙҙең эшегеҙ түгел, – тине уларға. –


Әгәр инде Алланан булһа, һеҙ уны юҡ итә алмаҫһығыҙ, ни бары үҙегеҙҙе Аллаға ҡаршы ҡуйырһығыҙ, – тине Ғамалиил. Аҡһаҡалдар уның һүҙенә ҡолаҡ һалды.


Раббының ни уйлағанына кем төшөнгән? Уға кем кәңәшсе булған?


Эй әҙәм балаһы, Алла менән бәхәсләшергә кем һуң һин? Көршәк үҙен яһаусыға: «Ниңә һин мине былай итеп яһаның?» – тип әйтерме?


Беҙ Раббыла көнсөллөк тыуҙырырға теләйбеҙме ни? Әллә Унан ҡөҙрәтлерәкбеҙме?


Йәшерен булғаны – Аллабыҙ Раббыныҡы, ә асылғаны, беҙ был ҡанундың бөтә һүҙҙәрен үтәһен өсөн, ғүмерлеккә беҙҙеке һәм беҙҙең балаларҙыҡы.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ