8 Сәскәнемде башҡа берәү ашаһын, Игенем тамырынан йолҡоп алынһын.
Ҡараңғылыҡтан ҡасып ҡотола алмаҫ, Үҫентеләрен ут-ялҡын ялмап өтөр, Алланың һулышынан ул юҡҡа сығыр.
Ни балаһы, ни нәҫеле ҡалмаҫ халҡы араһында, Йәшәгән ерҙәрендә бер кем дә тере ҡалмаҫ.
Йонсоп тапҡан малын ашай алмаҫ, таратыр, Тапҡаны шатлыҡ килтермәҫ.
Яттарҙың баҫыуынан башаҡ йыялар, Залимдарҙың баҡсаһынан ҡалдыҡ йөҙөм сүпләйҙәр.
Һәләкәт еренә саҡлы өтөп барған, Бөтә уңышымды тамырынан ҡоротҡан ут булыр ине.
Мин һеҙгә дәһшәт ебәрермен: ҡаты ауырыуҙар күндерермен, биҙгәк тотор, әрнеүҙән күҙҙәрегеҙҙең нуры ҡайтыр, йәнегеҙ ғазапланыр. Орлоғоғоҙҙо бушҡа ғына сәсерһегеҙ, сөнки уңышын барыбер дошмандарығыҙ ашар.
Сәсерһең, ләкин урмаҫһың, Зәйтүн һығырһың, май һөртөнмәҫһең; Йөҙөм иҙерһең, шарабын эсә алмаҫһың.
Шулай итеп, был осраҡта: «Берәү сәсә, икенсеһе ура», – тигән әйтем тап килә.
Баҫыуығыҙға орлоҡто күп итеп сәсерһегеҙ, әммә уңышты бик аҙ йыйып алырһығыҙ, сөнки уны саранча ашап бөтөр.
Һеҙҙе бөлдөрөп юҡ иткәнгә тиклем малығыҙҙы, ерегеҙҙең уңышын ашап бөтөр. Һеҙгә икмәк тә, шарап та, зәйтүн майы ла, һыйырҙарығыҙҙың быҙауҙарын, һарыҡтарығыҙҙың бәрәстәрен дә бирмәҫ.
– Аллаларҙың Аллаһы Раббы! Аллаларҙың Аллаһы Раббы! Ул эштең ниҙә икәнен белә, исраилдар ҙа белһен хәҙер. Әгәр ҙә беҙ Раббыға ҡаршы баш күтәреп хыянат итһәк, Ул бөгөн беҙҙе аямаһын.