Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Әйүп 31:7 - Изге Яҙма

7 Әгәр ҙә аяҡтарым юлдан тайпылһа, Күҙҙәрем күңелемде аҙҙырһа, Ҡулдарым бысранған булһа,

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Әйүп 31:7
16 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Ә бит ҡулдарымда яуызлыҡ юҡ, Ҡылған доғаларым ысын күңелдән, пак.


Иманлылар юлынан тайпылмаҫ; Ҡулы пак булғандарҙың ҡеүәте артыр.


Мин фәҡәт Уның аҙымдарынан барҙым, Уның юлын тоттом, ситкә атламаным.


„Әйткәнегеҙ дөрөҫ“, – тип әйтеүҙән йыраҡмын мин. Һуңғы һулышыма тиклем намыҫлы булыуымдан баш тартмам.


Хаҡлығымда ҡаҡшамай ныҡ торам; Үткән көндәрем өсөн выжданым тыныс.


Ҡар һыуҙары менән йыуынһам да, Ҡулдарымды һелте менән таҙартһам да,


Ҡайғылы көнөмдә йөҙөңдө йәшермә минән, Ҡолаҡ һал, саҡырғанымда йәһәтерәк яуап ҡайтар.


Раббым Аллам! Ошоларҙы ҡылһам: Ғәҙелһеҙлек менән ҡул бысратһам;


Эй егет, йәш сағыңда күңел ас, шатлан да көл. Йөрәгең нимә ҡуша, шуны эшлә, күҙең ҡайҙа әйҙәй, шунда йөрө; әммә бел: быларҙың бөтәһе өсөн дә һиңә Алла алдында хисап тоторға тура килер.


Хаҡ юлдан йөрөп, дөрөҫ һөйләгән, Кешеләрҙе йәберләмәгән, табыш артынан ҡыумаған, Ҡулдарын ришүәттән йыраҡ тотҡан, Ҡанға һыуһағандарҙы тыңламай ҡолағын тыҡҡан, Яуыз эштәрҙән йөҙ борған –


– Эй әҙәм улы, был бәндәләр боттарына күңел бирҙе һәм үҙҙәренең енәйәтен алдарына абыныу ташы итеп ҡуйҙы. Ошонан һуң уларға Миңә һорау бирергә рөхсәт итәйемме инде?


Әгәр Исраил нәҫеленән йәки Исраил ерендә йәшәгән килмешәктәрҙән кем дә булһа Минән ситләшһә, боттарына күңел һалып, үҙенең ҡаршыһына гонаһын абыныу ташы итеп ҡуйһа, шунан, пәйғәмбәргә килеп, Минән кәңәш һораһа, Мин, Раббы, ул әҙәмгә яуапты Үҙем бирермен.


Иҫән ҡалғандарығыҙ үҙҙәрен әсирлеккә алған халыҡтар араһында йәшәгәндә Мине иҫтәренә төшөрөр. Минән ситкә боролған фәхеш йөрәктәренең, боттарға текләгән аҙғын күҙҙәренең Мине ҡайғыға һалғанын аңлар. Шул саҡ улар ҡылған яуызлыҡтары, әшәкелектәре өсөн үҙҙәренән үҙҙәре ерәнерҙәр һәм


Шуға ҡарап, һеҙ Раббының бөтә бойороҡтарын хәтерләрһегеҙ, уларҙы үтәрһегеҙ, күңелегеҙ йә күҙегеҙ аҙғынлығына эйәреп китеп, Миңә хыянат итмәҫһегеҙ.


Әгәр һине уң күҙең гонаһҡа ҡотортһа, уны соҡоп алып ташла! Бөтөн тәнең менән йәһәннәмгә ырғытылыуға ҡарағанда, бер ағзаңды юғалтыу һинең өсөн хәйерлерәк.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ