36 Мин ул төргәк китапты яурыныма һалып, Таж итеп башыма кейеп йөрөр инем.
Тәҡүәлеккә кейем һымаҡ уранғайным, Ғәҙеллек – өҫтөмдәге сапаным менән сәлләм булды.
Әгәр мине тыңлаған берәү булһасы! Мин һүҙемдең хаҡлығын раҫлап имза ҡуям – Сикһеҙ ҡөҙрәт Эйәһе миңә яуап ҡайтарһын! Ғәйепләүсем дәғүәһен төргәк китапҡа яҙып тотторһон.
Һәр атлаған аҙымымды Аллаға белдерер инем, Бер шаһзада һымаҡ хозурына барыр инем.
эфодтың яурынсаларына беркет: был таштар – Исраил улдары хаҡында иҫтәлек. Раббыға Исраил халҡын хәтерләтеп торһон өсөн, Һарун уларҙың исемдәрен иңдәрендә йөрөтһөн.
Дауыт йортоноң асҡысын уның яурынына һалырмын. Ул асһа – бер кем дә бикләй, бикләһә, һис берәү аса алмаҫ.
Һин – Раббының ҡулында гүзәл бер сәллә, Аллаңдың усында батша тажы буласаҡһың.
Шулай итеп, ҡәҙерле һәм һөйөклө имандаштарым, һеҙ минең шатлығым һәм дан тажым, Раббыла ныҡ тороғоҙ, һөйөклөләрем!