29 Әллә мине күрә алмаған кешенең ҡайғыһына ҡыуандыммы? Башына бәлә килде тип шатландыммы?
Ҡылыстан һәләк булған Шаул менән уның улы Йонаҫан, Раббы халҡы, Исраил йорто өсөн ҡайғырып йәш түктеләр, кискә тиклем ураҙа тоттолар.
Авнерҙы Хевронда ерләнеләр. Батша уның ҡәбере өҫтөндә ҡысҡырып-ҡысҡырып иланы, бөтә халыҡ уға ҡушылып йәш түкте.
Ярлынан көлгән әҙәм Яратыусыһын да хурлай, кеше бәхетһеҙлегенә һөйөнгән – язаһын алмай ҡалмай.
Туғаныңа афәт килгән көндө, Һин үсәп тормаған булһаң икән, Йәһүҙә халҡына һәләкәт янағанда, Ҡыуанмаған булһаң икән, Уларға ҡайғы килгәндә, Мыҫҡыллап ауыҙ йырмаһаң икән!
Халҡым ҡазаға тарығас, Ҡапҡаларын емереп кермәнеңме? Баштарына бәлә килгән мәлдә, Бәхетһеҙлегенә ҡыуанманыңмы? Уға афәт ябырылған көндә Малына ҡул һуҙманыңмы?