22 Ҡалаҡ һөйәгем ҡаймыҡһын, Ҡулым яурынымдан өҙөлөп төшһөн!
Үҙ ҡатыным башҡа ир өсөн он тартһын, Яттар уны түш аҫтына һалһын.
Сөнки мин Алланан килгән бәләнән ҡурҡам, Бөйөклөгө алдында мин тора алмаҫ инем.
Баҫыуымда бойҙай урынына сәнскәк, Арпа урынына алабута үҫһен». Ошонда Әйүптең һүҙе тамамланды.
Ә яуыздарҙан яҡтылыҡ тартып алына, Күтәрелгән ҡулдары һындырыла.
Юғарыла Раббы – Ул түбәнһетелгәндәрҙе күрә, Тәкәбберҙәрҙе алыҫтан танып тора.