Әсирҙәр тураһында хәстәрлек күреү өсөн исемләп кешеләр тәғәйенләнә. Улар яланғастарына яумалға алынған әйберҙәр араһынан кейем-һалым, аяҡ кейеме бирә, ашата, эсерә, яраларына зәйтүн майы һөртә. Шунан, хәлһеҙҙәрен ишәктәргә мендереп, хөрмәләр ҡалаһы Йерихоға, уларҙың туғандарынан алыҫ булмаған урынға, алып бара. Унан үҙҙәре Самарияға әйләнеп ҡайта.