17 Икмәгемде яңғыҙ ултырып ашаныммы, Етемдәргә бирмәнемме?
Нөхәмияһ та уларға: – Барығыҙ, һимеҙ ит ашағыҙ, баллы шарап эсегеҙ, ашар-эсеренә әҙерләмәгән кешеләргә өлөш бирегеҙ, сөнки бөйөк Хакимыбыҙ Алла өсөн был көн изге. Ҡайғырмағыҙ, сөнки Раббы биргән ҡыуаныс һеҙҙе ҡеүәтле итә, – тине.
Мордехай ағаһының үкһеҙ етем ҡалған ҡыҙы Һадассаны – уның икенсе исеме Эстер – тәрбиәләп үҫтергәйне. Эстер килеш-килбәте күркәм, төҫкә-башҡа сибәр ҡыҙ ине. Ата-әсәһе вафат булғас, Мордехай уны үҙ тәрбиәһенә алғайны.
Арығанға эсергә һыу бирмәнең, Асыҡҡандан икмәгеңде йәлләнең.
Йәш сағымдан етемдәргә атай урынында, Бала саҡтан тол ҡатындарға таяныс булдым.
Хөкөмләшкәндә һүҙем үткәнде белеп, Етемгә ҡул күтәргән булһам –
Кешене ҡыйырһытмаһа, Бурыс өсөн аманат алмаһа, Һис кемде таламаһа, Асҡа – икмәк, яланғасҡа кейем бирһә,
Бер кемде лә ҡыйырһытмай, Бурысҡа алғандың аманатын ҡайтара, Кеше таламай, Асҡа икмәк, яланғасҡа кейем бирә,
Һауыт-һабағыҙҙың эсендәген фәҡирҙәргә өләшегеҙ, шул саҡта һеҙҙең өсөн бөтә нәмә пак булыр.
Иманға килеүселәр йөрәктәре һәм күңелдәре менән берҙәм булды. Береһе лә үҙ милкен, минеке генә, тип һанаманы, бөтә нәмәләре уртаҡ ине.
Мохтажлыҡ кисергән имандашығыҙ менән үҙегеҙҙекен бүлешегеҙ, ҡунаҡсыллыҡ күрһәтегеҙ.
Сөнки ерегеҙҙә мохтаждар һәр саҡ булыр; шуға күрә һеҙгә бойорам: ярлы һәм мохтаж ҡәрҙәшегеҙгә ҡарата йомарт ҡуллы булығыҙ.
Был кешегә көтөүҙәреңдән, ырҙыныңдан һәм йөҙөм һыҡҡыстан мул итеп өлөш сығар. Аллағыҙ Раббы һиңә фатихалап нимә бирһә, һин дә ҡолоң булған кешегә мул итеп бир.
Атабыҙ Алла ҡаршыһында саф, тапланмаған диндарлыҡ – бәләгә тарыған етемдәр менән тол ҡатындар хаҡында хәстәрлек күреү һәм үҙеңде был донъяның боҙоҡлоғонан һаҡлау ул.
Етеш йәшәп һәм имандашының мохтажлығын күрә тороп, уға шәфҡәт күрһәтмәгән кешелә Алла мөхәббәтенә урын булырмы?