Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Әйүп 31:15 - Изге Яҙма

15 Мине әсәм ҡарынында яратҡан Алла, Уларҙы ла яратмағанмы ни? Беҙгә рәүеш биргән дә Ул түгелме?

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Әйүп 31:15
12 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Башҡа йәһүд туғандарыбыҙ ниндәй ҡамырҙан яһалһа, беҙ ҙә шул уҡ ҡамырҙан әүәләнгәнбеҙ; беҙҙең балаларыбыҙ ҙа уларҙың балалары кеүек. Ә бына беҙ үҙ улдарыбыҙ менән ҡыҙҙарыбыҙҙы ҡоллоҡҡа бирергә тейешбеҙ, ҡыҙҙарыбыҙҙың ҡайһылары ҡоллоҡҡа төштө лә инде. Ә беҙ бер нәмә лә эшләй алмайбыҙ, баҫыуҙарыбыҙ ҙа, йөҙөм баҡсаларыбыҙ ҙа башҡалар ҡулында, – тинеләр.


Мине ҡыйырһытыуҙан Һиңә бер файҙа бармы? Үҙ ҡулдарың менән яратҡанды кире ҡағып, Яуыздарҙың мәкерле ниәтен хуплау – Шулай Һиңә яҡшы тойоламы?


Алла мине хөкөм итергә ҡалҡҡанда нишләр инем? Ул һорау алғанда нимә тип әйтер инем?


Түрәләрҙе айырып ҡарамай, Байҙы ярлынан өҫтөн күрмәй. Сөнки һәммәһен дә Ул Үҙе бар ҡылды.


„Алла хозурында кеше хаҡ була аламы? Яратыусыһы алдында саф бер әҙәм бармы?


Ярлыны рәнйеткән – уның Яратыусыһын хурлаған, хәйерсене хәстәрләгән – Раббыны данлаған.


Бай һәм ярлы йәнәш баҫыр – һәр ҡайһыһын Раббы яратҡан.


Икмәгеңде астар менән бүлеш, Йортһоҙ фәҡирҙәрҙе өйөңә саҡыр, Яланғасты күрһәң, кейендер, Туғандарыңдан ситкә боролма.


Беҙҙең бөтәбеҙҙең дә атаһы берәү түгелме ни? Бөтәбеҙҙе бер үк Алла яратманымы ни? Шулай булғас ни өсөн беҙ, ата-бабаларыбыҙҙың төҙөгән килешеүен боҙоп, үҙебеҙҙең ҡәрҙәштәребеҙгә хыянат итәбеҙ?


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ