Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Әйүп 31:14 - Изге Яҙма

14 Алла мине хөкөм итергә ҡалҡҡанда нишләр инем? Ул һорау алғанда нимә тип әйтер инем?

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Әйүп 31:14
19 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Аллаға әйтермен: мине хөкөм итергә ашыҡма, Аңлат миңә, Һин мине нимәлә ғәйепләйһең?


Миңә ҡаршы дәғүә белдергәндә Ҡол һәм ҡолиәләремдең хоҡуҡтарын инҡар итһәм,


Мине әсәм ҡарынында яратҡан Алла, Уларҙы ла яратмағанмы ни? Беҙгә рәүеш биргән дә Ул түгелме?


Алла бит минең кеүек әҙәм балаһы түгел, Нисек мин Уға яуап бирә алайым? Уның менән хөкөмгә нисек бергә барайым?


Ул тоғро ярҙамсым, ҡәлғәм, Ышығым, Ҡотҡарыусым, ҡалҡаным! Мин Уға һыйынам; Ул миңә халыҡтарҙы буйһондора.


Әйҙә, мине ҡыуып тотһон дошман. Йәнемде ергә иза тапаһын, Намыҫымды тупраҡҡа бутаһын! Села


Бөтөнләйгә юғалдымы тоғро мөхәббәте? Вәғәҙәләре мәңгегә тамам булырмы?


Сионды төйәк иткән Раббыға маҡтау йырлағыҙ! Ғәмәлдәрен халыҡтар араһында һөйләгеҙ!


Әммә мохтаж бөтөнләйгә онотолмаҫ, Фәҡирҙең өмөтө бушҡа булмаҫ.


Яза көнөндә Алыҫтан өҫтөгөҙгә ҡаза килгәндә ни эшләрһегеҙ? Ярҙам һорап кемгә барырһығыҙ? Байлығығыҙҙы ҡайҙа йәшерерһегеҙ?


Ҡоһор көнө етте, Яза көнө килде – Белһен шуны Исраил! Ғәйебеңдең сикһеҙ күплеге, Дошманлығыңдың ҙурлығы арҡаһында, Пәйғәмбәрҙе – ахмаҡ, Рухлы әҙәмде диуана тип һанайһың.


Был кешеләргә аяуһыҙ хужа булма. Аллаңдан ҡурҡ.


Уларҙың иң яҡшыһы – дегәнәк кеүек, Иң ғәҙеле – сәнскәк ҡыуаҡ. Ләкин бына күҙәтселәр иҫкәрткән көн – Яза көнө килеп етте, Ҡаушау солғап алыр уларҙы.


Шымығыҙ барығыҙ ҙа Раббы алдында! Раббы Үҙенең мөҡәддәс торлағынан ҡалҡа!


Улар Ғайсаның ҡайһы бер шәкерттәренең икмәкте бысраҡ, йәғни йола буйынса йыуылмаған ҡул менән тотоп ашауын күргәйне.


Әммә беҙ ҡанунда әйтелгәндәр уға буйһоноусылар өсөн икәнен беләбеҙ, тимәк, үҙҙәрен яҡлау маҡсатында бер кем дә ауыҙын да аса алмай, һәм бөтә донъя Алла ҡаршыһында ғәйепле булып ҡала.


Шәфҡәт күрһәтмәүсегә ҡарата хөкөм рәхимһеҙ булыр. Шәфҡәтлелек иһә хөкөмдән өҫтөн булыр!


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ