11 Был – боҙоҡлоҡ, Хөкөмгә бирелергә тейешле ғәйеп һаналыр,
Авимәләх Ибраһимды саҡыртып алды ла: – Ни эшләнең һин беҙҙең менән? – тине. – Һинең алдыңда ниндәй ғәйебем бар ине – мине лә, батшалығымды ла гонаһҡа батыра яҙҙың бит. Әҙәм ҡылмаҫты ҡылдың һин миңә.
– Ни эшләйһең һин? – тине Авимәләх. – Беҙҙең аранан берәйһе ҡатының менән йоҡлаған булһа, ниндәй ғәйепкә тарыр инек!
Өс айлап ваҡыт үткәс, Йәһүҙәгә: – Киленең Тамар зина ҡылған, хәҙер ул ауырлы, – тип хәбәр иттеләр. – Тотоп алығыҙ ҙа утта яндырығыҙ, – тип әмер бирҙе Йәһүҙә.
Был йортта мин уның һымаҡ уҡ хужамын. Бында, һинән башҡа, минең өсөн тыйылған бер ни ҙә юҡ. Сөнки һин уның ҡатыныһың. Нисек инде мин шундай ҙур золомдо ҡылып, Алла алдында гонаһлы булайым?
Был да хөкөмгә бирерлек ғәйеп, Юғарылағы Аллаға хыянат булыр ине.
Зина ҡылма.
Мин һиңә зина ҡылған һәм кеше ҡаны ҡойған ҡатындарға биргән язаны бирәм – һине, көнсөллөгөмдән ярһып, үлемгә дусар итәм.
Берәйһе ирле ҡатын, яҡынының ҡатыны менән зина ҡылһа, зинасылар икеһе лә үлтерелһен.