10 Үҙ ҡатыным башҡа ир өсөн он тартһын, Яттар уны түш аҫтына һалһын.
Раббы былай ти: «Бәхетһеҙлекте Мин һиңә үҙ йортоңдан бирәм. Күҙ алдыңда ҡатындарыңды тартып алып, үҙеңдең яҡын кешеңә тапшырырмын. Ул һинең ҡатындарың менән көпә-көндөҙ ятып йоҡлар.
Һин үҙең быны йәшереп эшләгәйнең, Мин иһә быны бөтә Исраил алдында, көн яҡтыһында эшләрмен».
Ҡалаҡ һөйәгем ҡаймыҡһын, Ҡулым яурынымдан өҙөлөп төшһөн!
Был илдә тәхеттә ултырған фирғәүен улынан алып, тирмәндәге ҡолиәнең улына тиклем һәр мысырҙың баш ир балаһы вафат булыр. Хатта мал-тыуарҙың да тәүге түле үлер.
Тирмән ташы ал да он тарт; Бөркәнсегеңде сис, итәгеңде ҡыҫтыр, Балтырҙарыңды ас, йылғалар кис.
Шуға күрә ҡатындарын – башҡаларға, Баҫыуҙарын бүтән хужаларға бирәм. Ябай халыҡтан алып затлыһына тиклем Хәрәм юл менән табыш көҫәй. Пәйғәмбәрҙән алып ҡаһинға тиклем Барыһы ла ялған эш итә.
Ашлыҡ тартыусы ике ҡатындың береһе алыныр, икенсеһе ҡалдырылыр.
Ҡыҙ йәрәшерһең, әммә уның менән башҡа берәү йоҡлар. Өй һалырһың, әммә унда йәшәй алмаҫһың. Йөҙөм баҡсаһы ултыртырһың, тик емешен ауыҙ итә алмаҫһың.