26 Мин яҡшылыҡ көттөм – яманлыҡ килде; Яҡтылыҡ өмөт иткәндә, ҡараңғылыҡ баҫты.
Яҡтынан ҡараңғыға һөрөлөр, Донъя йөҙөнән ҡыуылыр.
Сатырындағы нур ҡараңғылыҡҡа әйләнер, Янындағы шәме һүнер.
Юлдарымды ҡамаланы, үтә алмайым, Һуҡмағымды ҡараңғылыҡ менән томаланы.
Әммә йөҙөмдө ҡаплаған дөм ҡараңғылыҡ Минең ауыҙымды яба алмаҫ.
„Ғүмерем оҙон, көндәрем ҡом саҡлы булыр, Үҙ оямда үлермен, – тип ышандым. –
Арағыҙҙа Раббынан ҡурҡҡан, Уның ҡолоноң әйткәнен тыңлаған кем бар? Ҡараңғылыҡта йөрөгән, яҡтылыҡ күрмәгән кеше Раббының исеменә өмөт бағлаһын, Аллаһына арҡаланһын!
Шуға күрә лә ғәҙеллек беҙҙән йыраҡ, Раббы беҙҙе ҡотҡармай. Яҡтылыҡҡа өмөтләндек, ә әйләнәбеҙҙә ҡараңғылыҡ; Нур эҙләйбеҙ, дөм-ҡараңғыла йөрөйбөҙ.
Йәһүҙәнән Һин бөтөнләй баш тарттыңмы? Күңелеңә нәфрәтлеме Сион? Ниңә беҙгә төҙәлмәҫлек яра һалдың? Беҙ именлек көттөк, әммә яҡшылыҡ килмәне; Шифа тапмаҡсы инек, әммә ҡазаға дусар булдыҡ.
Ни өсөн минең һыҙланыуым баҫылмай? Ниңә йәрәхәтем төҙәлмәй, уңала алмай? Минең өсөн иң кәрәктә ҡороп ҡалыр инеш, Ышанысһыҙ шишмә булырһың микән ни?»
Беҙ именлек көттөк, әммә яҡшылыҡ килмәне. Шифа тапмаҡсы инек, ҡазаға дусар булдыҡ.
Ул мине ҡыуалап алып китте, Яҡтыла түгел, дөм ҡараңғыла йөрөттө.
Мароҫ халҡы өмөтләнеп яҡшылыҡ көткәйне, Әммә Раббынан Йәрүсәлим ҡапҡаларына афәт килде.