12 Уң яғымдан ябырыла был өйөр, Мине аяҡтан йығырға тырыша, Һәләк ҡылыу өсөн ҡамау һала.
Кешеләр ауыҙ күтәреп мыҫҡыл итә, Мәсхәрә менән сикәмә саба; Барыһы миңә ҡаршы берләшә.
Ғәскәрҙәре бергәләшеп ябырыла, Миңә ҡаршы улар уба ҡора, Тупламдары сатырымды ҡамап тора.
Хатта бала-саға мине һанға һуҡмай, Тороп баҫыуым була, үсекләй башлай.
Халыҡ бер-беренә золом ҡылыр, Һәр кем яҡынына дошман булыр, Егет аҡһаҡал алдында оятһыҙ ҡыланыр, Йүнһеҙ әҙәм абруйлыны рәнйетер.