10 Минән сирҡаналар, ситләшәләр, Битемә төкөрөүҙән дә тартынмайҙар.
Алла мине кешеләр алдында ғибрәт итте, Улар минең битемә төкөрә.
Яҡын дуҫтарым минән сикәнә, Иң яратҡан кешеләрем йөҙ сөйөрә.
Шуға күрә әйткән һүҙҙәремдән кире ҡайтам, Көл-туҙан өҫтөндә ултырған килеш тәүбә итәм».
Изгеләр йыйынында Алла дәһшәтле, Тирә-яғындағыларҙың һәммәһенән ҡурҡынысыраҡ.
Ярлыны хатта туғаны ла яратмаҫ, дуҫ тигәне лә унан ситләшер: һөйләшәм тип ашығып барһа – улар юҡ!
Туҡмағандарға – арҡамды, Һаҡалымды йолҡҡандарға яңағымды ҡуйҙым; Битәрҙән һәм төкөрөктән битемде ҡапламаным.
Һуҡҡанға яңағын ҡуйһын, Әйҙә туйғансы хурланһын.
Барлыҡ дошмандарыбыҙ Беҙҙе йоторға боғаҙ кирҙе.
Бер ай эсендә өс көтөүсене ҡыуып ебәрҙем, сөнки минең улар менән түҙемлегем ҡалманы. Улар ҙа мине күрә алмаҫ булды.
Раббы Мусаға: – Әгәр атаһы уның йөҙөнә төкөрһә, ул ете көн хурлыҡта йөрөргә тейеш булыр ине түгелме? – тип яуап ҡайтарҙы. – Шулай булғас, уны ете көнгә тупламдан ҡыуығыҙ, шунан ҡайтыр.
Әммә быларҙың бөтәһе лә пәйғәмбәрҙәрҙең яҙғандары ғәмәлгә ашһын өсөн булды, – тине. Шунда бөтә шәкерттәре Уны ташлап ҡасып китте.
Шунан Ғайсаның йөҙөнә төкөрөп, йоҙроҡлап туҡмай башланылар. Ҡайһылары:
Өҫтөнә төкөрҙөләр, таяҡ алып башына һуҡтылар.
еңгәһе аҡһаҡалдар алдына ҡәйнеше янына барһын да уның аяҡ кейемен систерһен һәм, йөҙөнә төкөрөп: «Туғанының нәҫелен дауам иттерергә теләмәгән кешене бына шулай итәләр», – тиһен.