20 Шөһрәтем һәр саҡ яңырып торор, Ҡулымдағы йәйәм ҡаты булыр“, – тинем.
Мысырҙа минең ниндәй бөйөк һәм шөһрәтле кеше икәнемде атайыма еткерегеҙ. Нимәләр күргәнегеҙҙе һөйләгеҙ ҙә атайымды тиҙерәк бында килтерегеҙ!
Әммә уның кереше булды һәр саҡ тартыулы, Сөнки уның ҡул көсөнөң сығанағы – Яҡуптың Ҡөҙрәтле Аллаһы, Исраилдың ҡаяһы һәм көтөүсеһе.
Шөһрәтемде минән тартып алды, Башымдан тажымды атып бәрҙе.
Тәҡүәлеккә кейем һымаҡ уранғайным, Ғәҙеллек – өҫтөмдәге сапаным менән сәлләм булды.
Ер йөҙөн ныҡлы нигеҙгә ҡуйҙың, Бер ваҡытта ла һелкенмәҫ, тинең.
«Алла уны ҡотҡармаясаҡ!» – тигәндәр Эргә-тирәмдә бихисап. Села
Ә Раббыға өмөт бағлағандар иһә яңы көс алыр, Бөркөт кеүек ҡанат йәйеп осор, күтәрелер. Йүгерерҙәр – һис арыу белмәҫтәр, Йөрөрҙәр һәм бер ҙә талсыҡмаҫтар.
Бына шуның өсөн беҙ күңел төшөнкөлөгөнә бирелмәйбеҙ. Киреһенсә, тәнебеҙ сереп тарҡала барһа ла, асылыбыҙ көндән-көн яңыра.