19 Тамырҙарым һыуға тейер, Ботаҡтарымда төн һайын ысыҡ ҡуныр,
Аҫтан тамырҙары ҡорор, Өҫтән ботаҡтары кибер.
„Ғүмерем оҙон, көндәрем ҡом саҡлы булыр, Үҙ оямда үлермен, – тип ышандым. –
Тамырҙары таштар араһына үтеп инер, Таш диуарҙарға һарылыр.
Ағын һыу буйына ултыртылған ағасҡа оҡшар, Миҙгелендә емеш бирер, Япрағы шиңмәҫ-һулымаҫ. Һәр эшендә уңышҡа өлгәшер.
Бындай кеше һыу буйына ултыртылған, Тамырҙарын йылға яғына йәйгән ағасҡа оҡшаш. Ул көндөң эҫелегенән ҡурҡмаҫ, Япраҡтары һәр саҡ йәшел ҡалыр. Ҡоролоҡ йылында хәүеф белмәҫ, Емеш биреүҙән туҡтамаҫ.