Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Әйүп 29:14 - Изге Яҙма

14 Тәҡүәлеккә кейем һымаҡ уранғайным, Ғәҙеллек – өҫтөмдәге сапаным менән сәлләм булды.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Әйүп 29:14
16 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

„Әйткәнегеҙ дөрөҫ“, – тип әйтеүҙән йыраҡмын мин. Һуңғы һулышыма тиклем намыҫлы булыуымдан баш тартмам.


Хаҡлығымда ҡаҡшамай ныҡ торам; Үткән көндәрем өсөн выжданым тыныс.


Мин ул төргәк китапты яурыныма һалып, Таж итеп башыма кейеп йөрөр инем.


Ул көндө Күк ғәскәрҙәре Раббыһы Үҙ халҡының иҫән ҡалғандары өсөн Гүзәллек тажы һәм шөһрәт таҡыяһы булыр.


Ул дөрөҫлөктө һарайта итеп кейҙе, Ҡотолоу торҡаһын башына һалды, Үслек ябынсаһына уранды, Ярһыуына япма һымаҡ төрөндө.


Раббыла мин бөйөк һөйөнөс табырмын, Алламда йөрәгем шатлыҡҡа сорналыр. Сөнки башына сәскә тажы кейгән кейәү, Биҙәүестәр таҡҡан килен һымаҡ, Миңә ҡотолоу кейемдәрен кейҙерҙең, Ғәҙеллек ябынсаһына төрҙөң.


Һин – Раббының ҡулында гүзәл бер сәллә, Аллаңдың усында батша тажы буласаҡһың.


Мин иһә: – Башына ла таҙа сәллә кейҙерһендәр, – тинем. Башына таҙа сәллә урап, өҫтөнә кейендерҙеләр. Раббы фәрештәһе уның эргәһендә торҙо.


Тормошоғоҙға Раббы Ғайса Мәсих идара итһен. Гонаһлы тәбиғәтегеҙҙең аҙғын теләктәрен ҡәнәғәтләндереү тураһында уйлауҙан туҡтағыҙ.


хәҡиҡәтте вәғәзләү, Алла ҡөҙрәте менән, уң һәм һул ҡулдарыбыҙҙағы тәҡүәлек ҡоралы менән дә,


Шулай итеп, билдәрегеҙҙе хәҡиҡәт билбауы менән быуып, тәҡүәлек һарайтаһын кейеп, сафҡа тороғоҙ.


Ул үҙенең кейемендә йоҡларға ятһын һәм һиңә фатихаһын бирһен өсөн, унан алған аманатты ҡояш байығансы кире ҡайтар. Бының менән һин Аллаң Раббы ҡаршыһында хаҡ эш ҡылған булырһың.


Ә беҙ, көн балалары булараҡ, айыҡ булайыҡ, иман һәм мөхәббәтте – һарайта, ә ҡотолоуға өмөтөбөҙҙө торҡа итеп кейәйек.


Кәләшкә кейер өсөн ялтырап торған нәфисаҡ етен туҡыманан таҙа кейем бирелде. Аҡ етен – изге кешеләрҙең тәҡүә эштәре ул.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ