Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Әйүп 29:12 - Изге Яҙма

12 Сөнки ярҙам ялбарған ярлыны, Яҡлаусыһыҙ етемде ҡотҡара инем.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Әйүп 29:12
20 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Ярлыларҙы юлдан ситкә ҡыуа – Барса фәҡир йәшенергә мәжбүр була.


Етем сабыйҙы күкрәктән айыралар, Бурысын ҡаплатыр өсөн ярлының балаһын алалар.


Ауыр хәлгә төшкәндәр өсөн мин иламаныммы ни? Ярлыларҙың хәленә мин инмәнемме?


Икмәгемде яңғыҙ ултырып ашаныммы, Етемдәргә бирмәнемме?


Йәш сағымдан етемдәргә атай урынында, Бала саҡтан тол ҡатындарға таяныс булдым.


Хөкөмләшкәндә һүҙем үткәнде белеп, Етемгә ҡул күтәргән булһам –


Шуға ярлыларҙың ялбарыуы Аллаға барып етте, Ул фәҡирҙәрҙең зарын ишетте.


Һис бер юҡҡа мине күрә алмағандар Башымдағы сәс бөртөгөнән дә күбәйҙеләр. Сәбәпһеҙгә йәнемде көҫәгән дошмандар ифрат көсәйҙе. Ә мин урламаған нәмәне нисек ҡайтарып бирәйем?


Бына шулай ул залимдар – Байлыҡтарын арттырып, рәхәт йәшәйҙәр.


Әйттең: «Һайлаған кешем менән килешеү төҙөнөм; Ҡолом Дауытҡа былай тип ант иттем:


Ярлының ялбарғанына ҡолаҡ һалмаған бәндә ярҙам һорап бер саҡ ялбарыр ҙа – яуап булмаҫ.


Теле зәғиф кеше өсөн, йәберләнгәндәр хоҡуғы өсөн;


Ул ярлы менән мохтаждың да дәғүәһен яҡланы. Шуның өсөн тормошо яҡшы булды. Ошо Мине танып белеү түгелме ни? – тип белдерә Раббы. –


Ул үкһеҙҙәрҙең һәм тол ҡатындарҙың хаҡын ҡайғырта, килмешәкте лә ярата, уға ризыҡ һәм кейем бирә.


Атабыҙ Алла ҡаршыһында саф, тапланмаған диндарлыҡ – бәләгә тарыған етемдәр менән тол ҡатындар хаҡында хәстәрлек күреү һәм үҙеңде был донъяның боҙоҡлоғонан һаҡлау ул.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ