26 Ямғырға ҡағиҙә биргәнендә, Йәшенле дауылға юл асҡан саҡта
Ул аҡылды күреп баһаланы, Уны нығытты, һынаны.
Эйе, Алланың бөйөклөгөн аңлап бөтөрлөк түгел, Уның йылдарының иҫәбе-һаны юҡ.
Ул һыу тамсыларын бергә йыйып, Уларҙы ямғырға әйләндерә.
Болоттарҙың нисек йәйелгәнен, Сатырының нисек күкрәгәнен кем белә?
Ул йәшенде усында йәшереп тота; Уға ҡайҙа атырға бойора.
Ул болоттарҙы һыу менән һуғара, Болот эсенән йәшен уттарын сәсә.
Тыңлағыҙ, Алланың тауышын тыңлағыҙ, Ауыҙынан сыҡҡан күкрәүҙе ишетегеҙ!
Күк аҫтында һәр тарафҡа ауаз һала, Йәшендәре ерҙең сиктәрен яҡтырта.
Артынса тауышын күкрәтер, Мәғрур тауышы менән тетрәтер. Ауазы ишетелгәндә йәшен ялҡынын туҡтатмаҫ.
Ҡарға: „Ергә яу“, – тип әмер бирә. Ямғырға: „Көслөрәк ҡой“, – тип бойора.
Кеше аяғы баҫмаған төбәктәрҙе, Һис кем йәшәмәҫ сүлдәрҙе һуғарыу, Буш ятҡан ерҙәрҙе дымға туйындырыу, Тупраҡтан йәш үлән шытып сыҡһын өсөн Ҡойоп яуған ямғырҙарға кем юл һала? Күкрәүле йәшенгә кем юл аса?
Бөйөк яҡтыртҡыстарҙы яратҡан, Уның тоғро мөхәббәте мәңгелек.
Уның ҡушҡанын үтәгән ут, боҙлауыҡ, Ҡар һәм томан, дауыллы ел,
Раббы Үҙ юлының башланғысында һәр эшенән әүәл миңә эйә булды.
Ҡәүемдәрҙең файҙаһыҙ боттары ямғыр яуҙыра аламы? Күк үҙенән-үҙе ямғыр ҡоямы? Ошоларҙың барыһын да эшләгән Һин түгелме, Аллабыҙ Раббы? Ышанысыбыҙ тик Һиндә генә – былар бары Һинең ҡөҙрәтеңдә.
Шуның өсөн дә Мин, ураҡҡа төшөргә өс ай ҡалырҙан алда, һеҙҙе ямғырҙан мәхрүм иттем. Бер ҡалаға ямғыр яуҙырһам, икенсеһенә яуҙырманым. Бер баҫыуҙа ямғыр яуҙы, икенсеһендә – юҡ, шуға ул ҡороно.
Яҙғы мәлдә Раббынан ямғыр теләгеҙ. Йәшен болоттарын бар ҡылған, Кешеләргә мул итеп ямғыр биргән, Һәр кемдең баҫыуын йәшеллеккә күмгән Раббынан.