23 Уға алып барған юлды бары Алла белә, Ул ғына хәбәрҙар аҡыл төйәгенә.
Әммә аҡыл ҡайҙан табыла һуң? Зиһендең инеше ҡайҙа?
Улай булғас, ҡайҙан килә һуң ул аҡыл? Зиһендең инеше ҡайҙа?
Уның аҡылы тәрән, ҡөҙрәте сикһеҙ, Уға ҡаршы торғандарҙан кем имен ҡалыр?
Аҡ йөн һымаҡ ҡар яуҙыра, Бәҫ ҡундыра гүйә көл шикелле.
Инде беләм, Раббы Үҙе мәсехләгән батшаны ҡотҡарыр, Уға мөҡәддәс күгенән яуап бирер, Ҡөҙрәтле уң ҡулы менән еңеү бүләк итер.
Сөнки бәндәләргә зиһенде Раббы бирә, белем һәм аҡыл Уның ауыҙынан сыға.
Кәңәш миндә, айыҡ аҡыл миндә, мин зиһенмен, көс минең менән.
Бөтә булған нәмә – алыҫта, тәрәне – тәрәндә: кем уның төбөнә төшә алыр?
Атам барыһын да Миңә тапшырҙы. Улды Атанан башҡа һис кем белмәй, шулай уҡ Атаны ла Улынан һәм Улы Уның тураһында белдерергә теләгән кешенән башҡа һис кем белмәй.
Алланың байлығы сикһеҙ, хикмәте һәм ғилеме төпһөҙ! Уның хөкөмдәре аҡыл етмәҫлек, юлдары аңламаҫлыҡ!
Әммә һеҙ хәҙер Алла арҡаһында Ғайса Мәсихтәһегеҙ. Ғайса Мәсих беҙҙең өсөн Алланан килгән зирәк аҡыл булды. Ул – беҙҙең аҡланыуыбыҙ, изгелегебеҙ һәм гонаһтарҙан йолоп алыныуыбыҙ.
Раббыбыҙ Ғайса Мәсих аша беҙҙе ҡотҡарыусы берҙән-бер Аллаға донъя яратылғанға тиклем, хәҙер һәм мәңгегә дан, мөһабәтлек, ҡөҙрәт һәм хакимлыҡ булһын. Амин.