15 Уны саф алтын түләп тә алып булмаҫ, Ҡиммәте көмөш менән дә үлсәнмәҫ.
Тәрәнлектәр әйтер: «Ул миндә юҡ». «Минең янда ла юҡ», – тиер диңгеҙ.
Уны Офир алтыны менән дә, Оникс һәм зәңгәр яҡут менән дә баһалап булмаҫ.
Ынйы-мәрйенде инде әйтеп тә тораһы юҡ; Аҡылдың ҡиммәте аҫылташтарҙан да өҫтөн.
Зирәклек ҡаҙаныу алтынға эйә булыуҙан, белем ҡаҙаныу саф көмөштән яҡшыраҡ.
Мине һөйгәндәрҙе мин дә һөйәм, эҙләгәндәр мине тапмай ҡалмаҫ.
Емештәрем алтындан, хатта саф алтындан яҡшыраҡтыр; файҙам иһә саф көмөштән өҫтөнөрәк.