23 Ел уның артынан әсе һыҙғырып, Ҡулын сабып тороп ҡалыр».
Ә был ҡорам харабаға әйләнер һәм уның янынан үткән һәр кем аптырап, ҡурҡып: «Раббы ниңә был илде һәм ҡорамды шул хәлгә ҡалдырҙы икән?» – тип һыҙғырып ҡуйыр.
Яҡтынан ҡараңғыға һөрөлөр, Донъя йөҙөнән ҡыуылыр.
Төш шикелле осоп китер ҙә башҡа табылмаҫ, Төнгө һаташыу һымаҡ юҡ булыр.
Көмөш сығарылған шахталар бар, Алтын йыуа торған урындар бар.
Сөнки гонаһына фетнәселлеген дә өҫтәй, Мыҫҡыл итеп, ҡул сабып ултыра, Аллаға ҡаршы хәбәрен тағы ла арттыра».
Ул башҡаса өйөнә әйләнеп ҡайтмаҫ, Тыуған төйәге уны танымаҫ.
Тәҡүәгә яҡшы булһа – ҡала байрам итер, яман бәндәләр харап булһа – тантана яһарҙар.
Был ҡаланы шом һала торған урынға әйләндереп, хурлыҡҡа ҡалдырасаҡмын. Уның янынан үткән-һүткән һәр кем уның яраларынан ҡото алынып, һыҙғырып ҡуйыр.
Яныңдан үткәндәр бот сабып аптырар, Мыҫҡыллап һыҙғырып ҡуйыр: «Бөтә донъяның шатлығы, Гүзәллек өлгөһө булған ҡала ошомо?» – тип, Йәрүсәлим-ҡыҙға ҡарап башын сайҡар.
Раббы Хаким былай ти: «Исраилды мыҫҡыл итеп, бар күңелдән ҡыуана-ҡыуана ҡул сапҡаның һәм аяҡ тыпырҙатҡаның өсөн,
Ғомри батшаның ҡағиҙәләрен үтәп, Ахав йортоноң йолаларын тоттоғоҙ; Улар кәңәшенә тоғроһоғоҙ. Шуға күрә һине бушлыҡҡа әйләндерәм, Ҡала халҡын хурлыҡҡа ҡалдырам, Ҡәүемдәр өсөн мәсхәрә булырһығыҙ».
Яраларыңа дауа юҡ, йәрәхәтең үлемесле. Хәлеңде ишеткәндәр ҡыуанып ҡул сабыр, Сөнки һинең сикһеҙ вәхшәтеңдән Зыян күрмәгән берәйһе бармы?
Хәүефһеҙ йәшәгән бөйөк ҡаламы был? Маҡтанып эстән генә: «Донъяла миңә тиңдәр юҡ», – тип әйтә ине; Бына хәҙер инде ул хараба, Ҡош-кейектәр өсөн оя булды! Үткән-һүткән һәр кем мәсхәрәләп, Һыҙғырып ебәрер, бот сабыр.
Эй күк, уның хәленә ҡыуан, изгеләр, илселәр, пәйғәмбәрҙәр, шатланығыҙ, сөнки һеҙҙе ҡала нисек хөкөм итһә, Алла уны шулай хөкөм итте.