15 Иҫән ҡалғандарҙы үләт ҡәбергә индерер, Тол ҡалған ҡатындары илап оҙата алмаҫ.
Ни балаһы, ни нәҫеле ҡалмаҫ халҡы араһында, Йәшәгән ерҙәрендә бер кем дә тере ҡалмаҫ.
Ҡом һымаҡ хисапһыҙ көмөш йыйһа, Кейем-һалымын балсыҡтай өйөп һалһа ла,
Шуға күрә Раббы Йәһүҙә батшаһы Йеһояҡим Йошияһ улы тураһында былай ти: «Уның өсөн бер кем дә: „Аһ, туғаным! Аһ, ҡарындашым һымаҡ яҡыным!“ – тип ҡайғырмаҫ. Уның өсөн һис кем: „Эй хакимым! Эй ғали йәнәп!“ – тип йәшен түкмәҫ.
Сәлләгеҙ – башығыҙҙа, ҡатағыҙ аяғығыҙҙа булыр. Йәш түкмәҫһегеҙ, иламаҫһығыҙ, бер-берегеҙ алдында ыңғырашып, ғәйебегеҙ арҡаһында һулырһығыҙ.