14 Бала-сағаһы бихисап күп булһа ла – Ғүмерҙәре ҡылыстан өҙөлөр. Нәҫелендә туйғансы икмәк ашаған булмаҫ.
Һаман уларға үҙенең һанһыҙ байлығы, улдарының күплеге, батшаның уны нисек юғары күтәреүе, башҡа түрәләрҙән һәм хеҙмәтселәрҙән өҫтөн ҡуйыуы тураһында маҡтанып һөйләне.
Ҡараңғынан ҡотолорона өмөтө ҡалмаҫ, Ҡайҙа барһа, шунда ҡылыс көтөп торор.
Ни балаһы, ни нәҫеле ҡалмаҫ халҡы араһында, Йәшәгән ерҙәрендә бер кем дә тере ҡалмаҫ.
Талап йыйған малын үҙ ҡулы менән таратыр, Улдары хәйерселәрҙән хәйер һорар.
Табыш булмағас, арыҫлан һәләк була, Инә арыҫландың балалары таралышып бөтә.
«Түлһеҙ ҡатындар, бала тапмаған, бала имеҙмәгән ҡатындар бәхетле!» – тип әйтер көндәр етеп килә.
Улдарығыҙҙы һәм ҡыҙҙарығыҙҙы күҙ алдығыҙҙа башҡа халыҡтар араһына ҡыуырҙар. Уларҙы көтөп, күҙҙәрегеҙ талыр, әммә ярҙам итергә хәлегеҙ булмаҫ.
Улдарығыҙ һәм ҡыҙҙарығыҙ тыуыр, тик улар янығыҙҙа ҡалмаҫ, әсирлеккә китер.
Туҡ булғандар бер һыныҡ икмәк өсөн бил бөгөр, Ас булғаны һый-хөрмәттә йәшәр. Түлһеҙ ҡатын ете бала табыр, Күп балалы япа-яңғыҙ һулыр.