Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Әйүп 25:3 - Изге Яҙма

3 Уның ғәскәрҙәренең хисабы-һаны бармы? Нуры кемгә генә төшмәй?

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Әйүп 25:3
16 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Уҡсылары ян-яғымдан солғап алды, Эс-бауырымды аяуһыҙ үтә тиште, Үтем ергә түгелде.


Кеше Алла күҙендә нисек хаҡ була алһын? Ҡатындан тыуған зат нисек пак булһын?


Күҙегеҙҙе күккә күтәреп ҡарағыҙ: Быларҙың барыһын кем яратты? Йондоҙҙарҙы һанап сығарыусы, Һәр береһен исеме менән саҡырыусы – Раббы. Раббының бөйөк ҡөҙрәте, сикһеҙ ғәйрәте арҡаһында Уларҙың һис береһе юғалып ҡалманы.


Уның хозурынан ут ташҡыны йылға булып аға. Уға хеҙмәт итеүселәр меңдәрсә, Күптин-күптәр алдында әҙер тора. Бына хөкөм ултырышы башланды, Һәммә китаптар асылды.


– Әллә Мин Атама мөрәжәғәт итә алмам, тип уйлайһыңмы? Һораһам, Ул шунда уҡ Миңә ун ике легиондан да артыҡ фәрештәләр ғәскәрен ебәргән булыр ине!


Шулай эшләп, һеҙ күктәге Атағыҙҙың балалары булыуығыҙҙы күрһәтәһегеҙ, сөнки Алла Үҙенең ҡояшын яуыздар өсөн дә, яҡшылар өсөн дә ҡалҡыта; ямғырын тәҡүә кешеләргә лә, тәҡүә булмағандарға ла яуҙыра.


Ул тормош сығанағы булып торған, ә тормош кешеләр өсөн яҡтылыҡ булған.


Һәр кемде яҡтыртыусы ысын Яҡтылыҡ донъяға килде.


Һәр игелекле һәм камил бүләк юғарынан, күк яҡтылыҡтары Атаһынан килә. Уның янында үҙгәреш юҡ һәм яҡтыһы күләгәгә әйләнмәй.


Мин йән эйәләре һәм аҡһаҡалдар тәхете тирәһендә бик күп фәрештәләр күрҙем. Улар меңдәрсә меңәр, иҫәпһеҙ-хисапһыҙ күп ине.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ