17 Әммә йөҙөмдө ҡаплаған дөм ҡараңғылыҡ Минең ауыҙымды яба алмаҫ.
Шуға күрә Мин һине ата-бабаларың янына оҙатырмын, һин тыныслыҡта дәфен ҡылынырһың. Күҙҙәрең был урынға Мин килтерәсәк оло һәләкәтте күрмәҫ“». Ҡайтып, был яуапты батшаға һөйләп бирҙеләр.
Ниңә Һин мине әсәм ҡарынынан сығарҙың? Бер кем күрмәҫ борон үлер инем!
Әйтерһең, бөтөнләй булмағандай, Әсә ҡарынынан туп-тура ҡәбергә күсер инем!
Ҡараңғынан ҡотолорона өмөтө ҡалмаҫ, Ҡайҙа барһа, шунда ҡылыс көтөп торор.
Яҡтынан ҡараңғыға һөрөлөр, Донъя йөҙөнән ҡыуылыр.
Сатырындағы нур ҡараңғылыҡҡа әйләнер, Янындағы шәме һүнер.
Юлдарымды ҡамаланы, үтә алмайым, Һуҡмағымды ҡараңғылыҡ менән томаланы.
Шуға күҙеңде ҡараңғылыҡ томалай, Ташҡын һыуҙары башыңдан ашҡан.
Тәүәккәлләп мине иҙһен ине, Ҡул һуҙып, ғүмер ебемде өҙһөн ине.
Тәҡүә кеше үлеп китә – Һис кем быны күңеленә яҡын алмай. Тоғро әҙәм мәрхүм була – Ни өсөн икәнен бер кем дә аңламай. Яуызлыҡтан ҡотолһон тип, тоғро кешеләр алына –