29 Түбәнһетелгән, йығылғанды күреп: „Торғоҙоғоҙ!“ – тип әйтерһең. Алла күңеле төшкәндәрҙе ҡотҡарыр.
Ул тәҡүәнән күҙен ситкә алмаҫ, Уны батшалар рәтендә тәхеткә ултыртыр, Мәңгелеккә юғары күтәрер.
Түбәнһетелгәндәрҙе күтәрә, Йәш түккәндәрҙе именгә алып сыға.
Был ғилемең хайран минең өсөн, Аң-зиһенем етмәҫлек юғары.
Кешене тәкәбберлеге түбәнһетә, тыйнаҡ кеше хөрмәт ҡаҙана.
Мөһабәт һәм бөйөк, Мәңге йәшәүсе, исеме Изге былай ти: «Бейек һәм мөҡәддәс урында төйәк итһәм дә, Хәсрәтлеләр, рухы төшөнкөләр янындамын, Баҫалҡыларҙың рухын күтәрәм, Хәсрәтлеләрҙең йөрәген терелтәм.
Быларҙың барыһын да Үҙ ҡулдарым менән яратҡанмын, Һәммәһе шулай барлыҡҡа килде, – тип белдерә Раббы. – Мин баҫалҡы күңеллегә, рухы төшөнкөгә, Һүҙемдән тетрәнеп торғандарға бағам.
Кем үҙен-үҙе күтәрә, шул түбәнһетелер, ә кем үҙен түбәнһетә, шул күтәрелер.
Ул хакимдарҙы тәхеттәренән төшөрҙө, түбәнһетелгәндәрҙе күтәрҙе.
Үҙен-үҙе күтәргән әҙәм түбәнһетелер, үҙен түбәнһеткән – күтәрелер.
Әммә Алла бирә торған мәрхәмәт тағы ла ҙурыраҡ. Бына шуға күрә Изге Яҙмала: «Алла тәкәбберҙәргә ҡаршы тора, ә тыйнаҡтарға мәрхәмәтен бүләк итә», – тип әйтелгән.
Һеҙ ҙә, йәштәр, өлкәндәргә буйһоноғоҙ. Һәр кем бер-берегеҙгә ҡарата тыйнаҡ булығыҙ, сөнки, Изге Яҙмала әйтелгәнсә: «Алла тәкәбберҙәргә ҡаршы тора, тыйнаҡтарға мәрхәмәтен бүләк итә».