28 Нимә ниәт ҡылһаң, шул ғәмәлгә ашыр, Юлдарыңа нур һирпелер.
Тормошоң көн үҙәгенән дә сағыуыраҡ булыр, Ҡараңғылығы таң нуры һымаҡ балҡып торор.
Баш осомда шәме яҡтылыҡ тарата, Уның нуры аҫтында ҡараңғылыҡ аша бара инем.
Йәнемде ҡәберҙән йолоп алды, Мин йәшәйем, яҡтылыҡты күрәм“.
Ағын һыу буйына ултыртылған ағасҡа оҡшар, Миҙгелендә емеш бирер, Япрағы шиңмәҫ-һулымаҫ. Һәр эшендә уңышҡа өлгәшер.
Раббы бар халыҡтарҙан да өҫтөн, Шөһрәте күктәрҙән юғарыраҡ.
Уны изге фатихалар менән ҡаршы алдың, Башына саф алтындан таж ҡуйҙың.
Иманлылар юлы – таңғы шәфәҡ һымаҡ, төшкә тиклем нурланғандан нурлана бара.
Уңға йәки һулға тайшанғанда артығыҙҙан: «Юл бында, ошо юлдан барығыҙ», – тигән тауышты ишетерһегеҙ.
Әгәр бөйөк Хаким бойормаһа, Кемдең әйткәне тормошҡа ашыр?
Һеҙҙең өсөн иһә, Минең исемемдән ҡурҡҡандар, ғәҙеллек ҡояшы ҡалҡыр. Уның нурҙарынан шифа алырһығыҙ. Шул сағында һеҙ аҙбарҙан сыҡҡан башмаҡтар шикелле һикерә-һикерә уйнаҡларһығыҙ.
Доға ҡылғанда нимә һораһағыҙ ҙа, ышанһағыҙ, ҡабул булыр, – тип яуапланы Ғайса.
Ғайса йәнә халыҡҡа өндәште: – Мин – донъяға яҡтылыҡмын. Миңә эйәргәндәр ҡараңғыла аҙашып йөрөмәҫ, сөнки уларҙың тормошҡа алып барыусы яҡтылығы буласаҡ.
«Раббы теләһә, беҙ иҫән булырбыҙ, тегене йә быны эшләрбеҙ», – тип әйтер урынға