26 Шул саҡ сикһеҙ ҡөҙрәт Эйәһенән һөйөнөс алырһың, Күҙҙәреңде Аллаға төбәрһең.
Шул сағында йөҙөңдө оялмай күтәрә алырһың, Ҡурҡыу белмәй, аяғыңда ныҡ баҫып торорһоң.
Тормошоң көн үҙәгенән дә сағыуыраҡ булыр, Ҡараңғылығы таң нуры һымаҡ балҡып торор.
Сикһеҙ ҡөҙрәт Эйәһе Үҙе һинең алтының, Өйөм-өйөм көмөшөң булыр.
Сикһеҙ ҡөҙрәт Эйәһенән йыуаныс алырмы? Һәр ваҡыт Аллаға ялбарырмы?
Ул Аллаға доға итер, Алла иһә уны ҡабул ҡылыр. Алланың хозурына ул ҡыуанып килер. Алла уға абруйлы исемен кире ҡайтарыр.
Сөнки ул: „Аллаға ярарға тырышыуҙан Әҙәм балаһына ниндәй файҙа?“ – тине.
Артыҡ оҙаҡ торҙом Тыныслыҡты күрә алмағандар араһында.
Ауыҙҙары туҡтауһыҙ алдаҡ түгә, Уң ҡулдарын күтәреп, ялған ант итә улар.
Дауыттың мәҙхиәһе. Хаҡлығымды раҫла минең, Раббы, Сөнки намыҫлы йәшәнем; Һис икеләнеүһеҙ Раббыға ышандым.
Асыуыңдан тәнемдә сәләмәт урыным ҡалманы, Гонаһым арҡаһында һөйәктәремдең елеге кипте.
Мине танығандар араһына Раһав менән Бабилды ла индерермен, Пелешеҫ менән Тир, Куш хаҡында: «Ул да бында тыуған», – тиерҙәр.
Урман ағастары араһындағы алмағас һымаҡ Минең һөйгәнем егеттәр араһында. Уның күләгәһендә ултырып зауыҡланам, Емешенең таты ауыҙымдан китмәй.
Раббы һинең ҡыуанысың булыр. Ул саҡта Мин һине ер йөҙөнөң Бейек түбәләренә атландырырмын, Атаң Яҡуптың биләмәһенән туйындырырмын». Был – Раббының ауыҙынан сыҡҡан һүҙҙәр.
Күңелемдә Алла ҡанунын ихлас хуплайым,
Унан ни һораһаҡ та, алырбыҙ, сөнки Уның бойороҡтарын үтәйбеҙ, Уға хуш килгән эштәр ҡылабыҙ.