12 Күктәрҙән дә юғарыраҡ түгелме ни Алла? Күҙҙәреңде күтәреп баҡ, Йондоҙҙар ҡайһылай бейек!
Алланың йәшергәндәрен таба алырһыңмы? Сикһеҙ ҡөҙрәт Эйәһенең Сиктәренә олғаша белерһеңме?
Ул күктән юғарыраҡ – һин нимә эшләй алырһың? Үлеләр донъяһынан да тәрән – һин нимә белә алырһың?
Күккә ҡара ла күр, болоттарҙы күҙәт, Улар һинән ниндәй бейек.
Раббы миңә ҡылған бар яҡшылыҡтарҙы Уға нисек итеп ҡайтарайым?
Уйламай һөйләмә, йөрәгең дә Алла алдында һүҙ әйтергә ашыҡмаһын: Алла күктә, ә һин – ерҙә, шуға күрә һүҙең аҙ булһын.
Хәстәре күптең төшө буталыусан, ахмаҡтың һүҙе кәрәгенән күп булыусан.
Мөһабәт һәм бөйөк, Мәңге йәшәүсе, исеме Изге былай ти: «Бейек һәм мөҡәддәс урында төйәк итһәм дә, Хәсрәтлеләр, рухы төшөнкөләр янындамын, Баҫалҡыларҙың рухын күтәрәм, Хәсрәтлеләрҙең йөрәген терелтәм.
Раббы былай ти: «Күк – тәхетем Минең, Ә ер – аяҡтарым аҫтындағы баҫҡыс. Һеҙ Миңә ниндәй йорт һалып бирә алаһығыҙ? Ҡайһы урында Мин тынғылыҡ табырмын?