14 Ә бит Аллаға: „Кит беҙҙән, – тиҙәр. – Һинеңсә йәшәргә теләмәйбеҙ.
Улар Аллаға: „Йыраҡ тор беҙҙән! – тип әйтә ине. – Сикһеҙ ҡөҙрәт Эйәһе нимә эшләтә алһын беҙҙе?“
Сөнки Уның юлынан тайпылдылар, Уның һуҡмаҡтарын уйламанылар.
Әммә бер кем дә: „Ҡайҙа һуң мине бар ҡылған Алла? Төндәрен беҙгә өмөт йырҙары биреүсе ҡайҙа?
Раббы Үҙенең мөҡәддәс ҡорамында, Раббының тәхете – күктә. Күҙҙәре үткер: әҙәм балаларын күреп тора; Ҡараштары уларҙы һынап баға.
Ҡәүемдәргә: «Раббы – батша!» – тип иғлан итегеҙ. Донъя ныҡ итеп ҡоролған, ул ҡаҡшамаҫ. Раббы халыҡтарға хаҡ хөкөм ҡылыр.
«Эй моңһоҙҙар, ҡасанғаса бер ҡатлы булып йөрөрһөгөҙ, һеҙ, битһеҙҙәр, ҡасанғаса һөмһөҙләнерһегеҙ, наҙандар, ҡасанға тиклем аң-белемде ек күрерһегеҙ?
Белемде ек күргәнгә, Раббынан ҡурҡыуҙан баш тартҡанға,
Ғилемдең башы – Раббынан ҡурҡыу. Ахмаҡ ҡына аҡыл менән тәрбиәне һанға һуҡмай.
Был юлдан ҡайырылығыҙ, Һуҡмаҡтан ситкә сығығыҙ, Исраилдың Изгеһен иҫебеҙгә төшөрмәгеҙ».
Эй һеҙ, был быуындың балалары, Раббының һүҙен тыңлағыҙ! Мин Исраил өсөн бер сүл, Дөм-ҡараңғы төбәк булдыммы ни? Улайһа ни өсөн халҡым: „Ҡайҙа теләһәк, шунда барабыҙ, Башҡаса Һиңә ҡайтмайбыҙ“, – тип белдерә?
Һин мәкер араһында йәшәйһең, Йермеяһ, Мәкер арҡаһында улар Мине белергә лә теләмәйҙәр», – тип белдерә Раббы.
Халдейҙар уларҙы ҡармаҡҡа ҡаптыра, Ау һала, мурҙа ҡора, Шунан йәм таба, шатлана.
Был кеше, Ғайсаны күреп, ҡапыл ҡысҡырып ебәрҙе, Уның алдына йығылып, көслө тауыш менән: – Эй, Ғайса, Юғарыларҙан Юғары Алланың Улы! Минән Һиңә нимә кәрәк? Үтенеп һорайым, яфалама мине, – тип ҡысҡырҙы.
Гераса төбәгендәге бөтә халыҡты ҡурҡыу солғап алды, шуның өсөн улар Ғайсаның был ерҙәрҙән китеүен һораны. Ул кәмәгә ултырып ҡайтырға ҡуҙғалғанда,
Был кешеләр Алланы танып белеүҙе кәрәк тип тапмағанға күрә, Алла уларҙы боҙоҡ аҡылдары ихтыярына бирҙе, һөҙөмтәлә улар ҡылырға ярамаған эштәрҙе ҡыла башланы.
сөнки гонаһлы тәбиғәте буйынса фекер йөрөткән кеше – Аллаға дошман, ул Алла ҡанунына буйһонмай ҙа, буйһона ла алмай.