26 Хазиналарын ҡараңғылыҡ һағалап ятыр, Һис кем яҡмаған ут ялмап йотор, Сатырында тороп ҡалғанын да аяп тормаҫ.
Ҡараңғылыҡтан ҡасып ҡотола алмаҫ, Үҫентеләрен ут-ялҡын ялмап өтөр, Алланың һулышынан ул юҡҡа сығыр.
Улар көпә-көндөҙ ҡараңғыға сумыр, Төш мәлендә, төндәге һымаҡ, Ҡапшанып йөрөргә дусар булыр.
Баҡ, Исраилды һаҡлаусы Ойоп та китмәҫ, йоҡламаҫ.
«Раббыға ышанған икән – Ул ҡотҡарһын, Әгәр ҙә үҙ күрә икән – ярҙам итһен!»
Тофеҫ инде күптән әҙерләнгән, Батшаны ҡабул итер өсөн ул әҙер тора. Ул ер тәрәнәйтелде һәм киңәйтелде; Усағында утыны менән ҡуҙы күп; Раббының һулышы көкөрт ағымы кеүек Уны ялҡынландырып ебәрер.
күҙҙәре менән ергә бағырҙар – бөтә ерҙә ҡайғы һәм ҡараңғылыҡ, үлемесле ҡараңғылыҡ. Ҡуйы ҡараңғылыҡҡа бырғалған улар! Әммә иҙелгәндәр өсөн ҡараңғылыҡ булмаҫ.
Ул ҡулындағы елгәргес көрәге менән ырҙында елгәрер. Бойҙайын, айырып, бураға һалыр, ә кәбәген һүнмәҫ утта яндырыр.
Ә Батшалыҡҡа эйә булырға тейеш кешеләр тышҡа, ҡараңғылыҡҡа ҡыуылыр, унда илау һәм теш шығырҙатыу булыр, – тине.
Улар – хурлыҡлы эштәре менән күбекләнгән дауыллы диңгеҙ тулҡындары. Улар – йыһанда аҙашып йөрөгән йондоҙҙар, уларҙы мәңгелек дөм ҡараңғылыҡ көтә.