14 Ҡорһағына төшкәс бындай ризыҡ, Зәһәр йылан ағыуына әйләнер,
Ҡәҙерләп аңҡауында һаҡлаһа, Тәмләп һурһа ла,
Һоғонған байлығын кире ҡоҫор; Ҡарынындағыларҙы кире сығартыр Алла.
Зәһәр йыландың ағыуын имер, Ҡара йыландың тешенән үлер.
Ҡарынымды тултырҙым тигәндә, Алла уға утлы нәфрәтен ебәрер, Өҫтөнә ғазап яуҙырыр.
эштәренең әсе емешен татыр, яман ниәттәре менән туйыныр улар.
Нахаҡ юл менән табылған икмәк башта тәмле булһа ла, аҙаҡ ауыҙы тулы таш булыр.
Һине үҙ яуызлығың үҙе язалар, Хыянатың үҙе һине фашлар. Аллаң Раббыны ташлауыңдың, Минән ҡурҡа белмәүеңдең Ниндәй яман һәм аяныс икәнен күр ҙә аңла, – тип белдерә Хаким, Күк ғәскәрҙәре Раббыһы. –
Әгәр ҙә һеҙ Минең һүҙемде тыңламаһағыҙ һәм ихлас йөрәктән исемемде данламаһағыҙ, – ти Күк ғәскәрҙәре Раббыһы, – Мин өҫтөгөҙгә ҡәһәр юллайым, фатихамды ләғнәткә әйләндерәм. Эйе, Мин ҡәһәрләнем дә инде, сөнки исемемде данлағанда ихлас түгелһегеҙ.
Боғаҙҙары – асыҡ ҡәбер, телдәре менән алдайҙар, йылан ағыуы – ауыҙҙарында.
Аслыҡтан яфа сигерҙәр, Ҡот осҡос сирҙән, үләттән ҡырылырҙар, Мин яуыз йыртҡыстар, Ағыулы йыландар күндерермен.