13 Ағай-энемде Ул минән ситләштерҙе, Таныштарым мине ят күрәләр.
Дуҫтарым мине мыҫҡыллап көлә; Күҙҙәрем Аллаға төбәлеп йәш түгә.
Эй Алла, тәҡәтемде ҡороттоң, Бар яҡындарымды һәләк иттең.
Әйүптең бөтә ағай-энеләре менән апай-һеңлеләре, элекке таныштарының барыһы ла уға килде һәм уның өйөндә ашаны-эсте, Раббы күндергән бәлә-ҡазалар өсөн йыуатты, һәр береһе берәр кесита көмөш һәм берәр алтын алҡа бүләк итте.
Тик минең дуҫтарым ышанысһыҙ, Шарлап ағып ятҡан йырғанаҡтай.
Тик өмөттәре алданыр, Ҡороған йылға үҙәненә еткәс, шаҡ ҡатырҙар.
Тәҡүәләр өсөн Раббы ҡыуаныс-шатлыҡ булһын, Бөтә саф күңеллеләр һөйөнөп тантана итһен!
Зинһар, туҡта мине язалауҙан, Йоҙроғоңдоң көсөнән мин бөтөп барам.
Кешене ғәйебе өсөн әрләп тәрбиәләйһең, Көйә ашағандай, ҡәҙерле әйберҙәрен юҡ итәһең. Ысынлап та әҙәм – бары тик бер һулыш ҡына. Села
Көндөҙ Раббы Үҙенең тоғро мөхәббәтен күндерер, Төндә иһә мин йырлармын Уға, Доға ҡылырмын тормошом Аллаһына.
Сөнки уларҙың көсө менән күрке Һин, Һинең мәрхәмәтең менән ҡеүәтебеҙ арта.
Изгеләр йыйынында Алла дәһшәтле, Тирә-яғындағыларҙың һәммәһенән ҡурҡынысыраҡ.
Мин уйнаштарымды ярҙамға саҡырҙым – Улар иһә алданылар. Йәнде һаҡлар өсөн икмәк эҙләгәндә, Ҡаһиндарым һәм аҡһаҡалдарым Ҡала эсендә үлеп ҡалдылар.
Төн оҙоно әрнеп-әрнеп илай, Күҙ йәштәре йыуа яңаҡтарын. Уйнаштары араһында йыуатыусы һис берәү юҡ, Дуҫтары уға хыянат итте, дошман булды.
Әммә быларҙың бөтәһе лә пәйғәмбәрҙәрҙең яҙғандары ғәмәлгә ашһын өсөн булды, – тине. Шунда бөтә шәкерттәре Уны ташлап ҡасып китте.
Хөкөм алдында тәү тапҡыр яуап тотҡанда, янымда береһе лә булманы, бөтөнөһө лә ташлап китте. Был уларға ғәйеп һаналмаһын.