17 Исеме донъяла онотолор, Урамдарҙа бер кем дә иҫенә алмаҫ.
Һеҙҙең әйтемдәрегеҙ – көл һымаҡ, Терәктәрегеҙ – балсыҡтан әүәләнгән ҡалҡан.
Хатта уларҙы әсә ҡарыны ла онотор, Бары ҡорттар ғына тәмләп ашар. Һис кем уларҙы хәтергә алмаҫ – Золом ағас һымаҡ һыныр.
Иманһыҙҙар һымаҡ минән мыҫҡыллап көләләр, Мәсхәрәләп тештәрен шығырҙаттылар.
Йөрәк һыҙлай, иҫкә төшкән һайын, Күмәк халыҡ араһында килгәндәрем; Шатлыҡ ауаздары менән маҡтау йырлап Тантана иткән халыҡтың ташҡынында Алла ҡорамына атлап ингәндәрем.
Эй күк ғәскәрҙәре Раббыһы, Батшам, Аллам, Ҡорбан усаҡтарыңдың янында Хатта турғай ҙа үҙенә урын тапҡан, Ҡарлуғас балаларына оя ҡорған.
Ҡәүемдәрҙе Һин дәһшәткә һалдың, Яуыздарҙы ҡырып ташланың, Исемдәрен мәңгенән мәңгегә юйҙың.
Иманлының иҫтәлеге мөбәрәк булыр, яуыздың исеме тиҙ онотолор.
ә яуыздар ерҙән юҡ ителер, мәкерле бәндә төбө-тамыры менән ҡоротолор.
Илеңде харап итеп, халҡыңды ҡырған өсөн Башҡа батшалар һымаҡ ерләнмәйәсәкһең. Яуыздар тоҡомо башҡа мәңге иҫкә алынмаһын.
Ул хакимдар үлде, инде терелмәҫтәр; Әруахтары ҡабат тороп сыҡмаҫ. Сөнки Һин уларҙы язалап юҡ иттең, Улар хаҡында хәтирәләрҙе юйҙың.
Ә һинең хаҡта, Ниневе, Раббы бына ниндәй әмер бирҙе: «Исемең юғаласаҡ, вариҫтарың булмаясаҡ. Илаһтарың ҡорамынан һындарыңды, Ҡойма илаһтарыңды һепереп түгәм; Ә үҙеңә ҡәбер әҙерләйем, Сөнки һин бик әшәке затһың».