13 Уның тиреһен сир-зәхмәт ашар, Әжәлдең тәүге сапҡыны ағзаларын мөнйөр.
Беҙҙе ул сит кешеләргә һанай; сөнки беҙҙе һатты, ә беҙҙең өсөн алған көмөштө ашап бөттө.
Рәүвән, һин минең баш балам, ҡөҙрәтемһең, Ирлек ғәйрәтемдең тәүге емешеһең. Абруйың бөтәһенекенән дә өҫтөн, Көс-ҡеүәтең һәммәһенекенән дә күп!
Өмөт минең менән бергә үлеләр донъяһына төшөрмө? Минең менән бергә тупраҡ аҫтына инерме?»
Ул сағында ярлының иң ярлыһы ла ашап туйыр, Хәйерселәр рәхәтләнеп йәшәр. Әммә һеҙҙең зат-зәүерҙе аслыҡтан ҡоротасаҡмын, Иҫән ҡалғандарығыҙ ҙа үлтерелер.
Һыуҙар алҡымымдан алды, Әйләнә-тирәмдә – упҡын, Башымды ылымыҡтар сорнаны.
Йәрүсәлимгә ҡаршы һуғышҡан бөтә халыҡтарҙы Раббы бына нисек язалар: үҙ аяҡтарында йөрөгән саҡтарында уҡ тәндәре серер, күҙ соҡорҙарында – күҙҙәре, ауыҙҙарында телдәре серер.
Ҡараным да күкһел төҫтәге ат күрҙем. Уның һыбайлыһының исеме «Үлем» ине, артынан үлеләр донъяһы эйәргәйне. Уларға кешеләрҙе ҡылыс һәм аслыҡ, үләт һәм йыртҡыстар менән үлтерер өсөн ерҙең дүрттән бер өлөшөнә хакимлыҡ бирелде.