15 Ҡайҙа һуң минең өмөтөм? Минең өмөтөмдө кем күрер?
Үлтерһә, үлтерер, барыбер ҙә өмөтөм юҡ. Юлымдың хаҡлығын раҫлар өсөн, ҡаршыһына сығам.
Һыуҙың ташты ашағаны, Ташҡындың тупраҡты йыуғаны һымаҡ, Һин дә кешенең өмөтөн юҡҡа сығараһың.
Ул мине һәр яҡлап бөктө – бөттөм, Өмөтөмдө, ағас һымаҡ, тамырынан йолҡоп алды.
Алланан ҡурҡыу ышаныс бирмәйме ни? Кәмселекһеҙ йәшәүеңә өмөт бағлай алмайһыңмы?
Түҙер өсөн ҡайҙан көс табайым? Ахырым ниндәй, нисек сабыр итәйем?
Көндәрем туҡыусының шүреһенән дә етеҙ йүгерә, Бер ниндәй өмөтһөҙ ахырына яҡынлаша.
Үҙ-үҙемә әйттем: «Ғүмеремдең уртаһында Үлеләр донъяһының ҡапҡаһынан үтеп, Ҡалған йылдарымдан мәхрүм булырмынмы икән ни?»
Әйттем: «Инде түҙемлегем бөттө! Раббыға өмөтөм өҙөлдө».
Шунда Ул миңә былай тине: – Эй әҙәм улы, бөтә Исраил халҡы – ошо һөйәктәр ул. Ҡара, улар: «Һөйәктәребеҙ кибеп бөттө, өмөтөбөҙ үлде, киләсәгебеҙ юҡ», – тиҙәр.