12 Ә улар төндө көн тип раҫлай; Ҡараңғыла: „Яҡтылыҡ яҡын ул!“ – тип иҫбатлай. Әммә әйләнәлә бары ҡараңғылыҡ.
Ғүмерем үтте, ниәттәрем емерелде, Күңелемдең теләктәре селпәрәмә килде.
Әгәр ҙә берҙән-бер йортом үлеләр донъяһы булһа, Ҡараңғылыҡта түшәгемде йәйһәм,
Яманды – яҡшы, яҡшыны – яман тип әйткәндәргә, Ҡараңғылыҡты – яҡтылыҡ, яҡтылыҡты – ҡараңғылыҡ тип күргәндәргә, Әсене – татлы, татлыны – әсе тип һанағандарға ҡайғы!
Йөрәгегеҙҙе биләп алған ҡурҡыуҙан һәм күҙҙәрегеҙ күргәндән һеҙ иртән: «Тиҙерәк кис етһә ине!» тип, ә кискеһен: «Йәһәтерәк таң атһа ине!» тип әйтерһегеҙ.