32 Тейешлеһен ваҡытынан алда алып бөтөр, Ботаҡтары инде йәшелләнмәҫ.
Улар был донъянан ваҡытынан алда китте. Нигеҙҙәрен ташҡын йыуып алды.
Раббынан ҡурҡҡан – ғүмерен оҙайтыр, ямандарҙың йылдары иһә ҡыҫҡара барыр.
Артыҡ яуыз, дыуамал булма: ниңә ваҡытынан алда үлергә?
Ботаҡтар ҡороғас, һынып төшә, Ҡатындар ботап алып яндыра. Был халыҡ бер нәмә лә аңламай, Шуға Бар ҡылыусы уларҙы ҡыҙғанмай, Яратыусы уларға мәрхәмәт күрһәтмәй.
Әфраим юҡ ителде! Тамырҙары ҡороно, Бүтәнсә емеш бирмәҫтәр. Хатта улар бала тыуҙырһа ла, Уларҙың ҡорһағында яралған Көтөп алған емештәрен юҡ итермен».
Кемдәр Миндә йәшәмәй, уларҙы ағас ботағы кеүек ҡырҡып ырғыталар һәм улар ҡорой. Ундай ботаҡтарҙы йыйып, утҡа ташлап яндыралар.