28 Ул таланған ҡалаларҙа, Кешеләре ташлап киткән, Емерелергә торған өйҙәрҙә йәшәр.
Сатырында бер нәмәһе ҡалмаҫ, Торлағы көкөрт менән ҡапланыр.
Һалдырған ҡалалары күптән үк емерелгән Ер батшалары, уларҙың вәзирҙәре,
– Йәһүҙә батшаһы Хизкияһ заманында Морешеҫтан Миха пәйғәмбәрлек итә торғайны. Ул Йәһүҙә халҡына: «Күк ғәскәрҙәре Раббыһы былай ти: „Сион баҫыу һымаҡ һөрөләсәк, Йәрүсәлим таш өйөмөнә әйләнәсәк, Ҡорам тауын урман ҡаплаясаҡ“», – тип һөйләгәйне.
Бабил таштар өйөмөнә, Сүл бүреләренең төйәгенә, Ҡот осорғос бер урынға, Кеше йәшәмәҫ ергә, мәсхәрәгә әйләнер.
«Йәрүсәлимде таш өйөмөнә, Сүл бүреләре төйәгенә әйләндерәм. Йәһүҙә ҡалаларын бушлыҡ итәм, Уларҙа йәшәүсе ҡалмаҫ», – ти Раббы.
Шуға күрә лә һеҙҙең арҡала Сион баҫыу һымаҡ һөрөләсәк, Йәрүсәлим таш өйөмөнә әйләнәсәк, Ҡорам тауын урман ҡаплаясаҡ.
Һинең һымаҡ гонаһтарҙы ярлыҡаған, Үҙ халҡының иҫән ҡалғандарының ғәйебен ғәфү ҡылған, Мәңгелеккә асыуын тотмаған, Тоғро һөйөүенән ләззәт алғанБашҡа алла бармы?